Һаҙлыҡ
ландшафт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һаҙлыҡ — тупраҡ өҫтөндәге артыҡ дымлы, батҡыл ландшафт участкалары. Һаҙлыҡ өсөн тупраҡтың өҫкө ҡатламында органик матдәләрҙең тулыһынса тарҡалмай, артабан торфҡа әүерелеүе хас. Һаҙлыҡтарҙа торф ҡатламдары 30 см-ҙан кәм түгел, әгәр аҙыраҡ булһа, был һаҙлыҡлы ерҙәр [1]. Һаҙлыҡ гидросфераның ҡушма өлөшө булып тора. Ерҙә беренсе һаҙлыҡтар 350-400 миллион йыл элек силур һәм девон осоро арауығында барлыҡҡа килә [2].
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Һаҙлыҡ (мәғәнәләр).
Планеталағы иң ҙур һаҙлыҡтар - Амазонканың һыу баҫа торған туғайҙарында [3][4][5].
Һаҙлыҡтар, торфяниктар кеүек, гидрологик яҡтан күл тип иҫәпләнә, ә файҙаланыу ҡарашынан — ҡоро ер[6]. Рәсәйҙә һаҙлыҡтарҙы өйрәнеү торф сығарыу һәм торфяниктар урынын ауыл хужалығы өсөн файҙаланыу XVIII—XIX быуатта башлана[7].