Һуғыш
ҡораллы көрәш рәүешендәге дәүләт конфликты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һуғыш — дәүләттәр, ҡәбиләләр, сәйәси төркөмдәр һәм башҡа төрлө дини һәм сәйәси берләшмәләр араһында ҡораллы ҡаршы тороу, ҡораллы көстәрҙең хәрби хәрәкәттәре рәүешендә барған бәрелештәр.
Һуғыш маҡсаттарының береһе — һаҡланыу йә дошманды юҡ итеү. Ҡағиҙә булараҡ, һуғыш бер яҡтың икенсе яҡҡа үҙ ихтыярын көсләп тағыу сараһы булып тора. Сәйәсәттең бер субъекты икенсеһен үҙгәрергә, иректән, идеологиянан, милеккә хоҡуҡтан баш тартырға, территория, акватория һәм башҡа төрлө ресурстарын бирергә мәжбүр итергә тырыша.
Клаузевиц билдәләмәһенә ярашлы, «һуғыш сәйәсәтте көс ҡулланыу ише башҡа төр саралар менән дауам итеү булып тора». Ҡораллы алыш һуғыштың маҡсаттарына өлгәштерә торған төп сара булып хеҙмәт итә, көрәштең йәнә иҡтисади, дипломатик, идеологик, мәғлүмәт һәм башҡа саралары ла ҡулланыла. Йәғни һуғыш ул — сәйәси маҡсаттарға өлгәшеү маҡсатында ойошторолған ҡораллы көс ҡулланыу. Тоталь һуғыш ҙур биләмәлә, ҙур күләмдә, бөтә ысулдарҙы ҡулланып алып барыла. Ҡораллы көстәр (армия, авиация һәм флот) һуғыш алып барыуҙың төп сараһы була.
Хәрби йәһәттән көслө илдәрҙең көсһөҙ илдәр менән ҡораллы бәрелештәре тыныслыҡҡа мәжбүр итеү, хәрби экспедиция йәки яңы территориялар үҙләштереү булараҡ ҡарала; ҙур булмаған дәүләттәр менән бәрелештәр — интервенция йәки репрессалия; эске төркөмдәр менән бәрелештәр ихтилал (восстание), фетнә йә эске бәрелештәр (граждандар һуғышы) тип йөрөтөлә. Көслө ҡаршылыҡ күрһәтелгән йә оҙаҡҡа һуҙылған бәрелеш «һуғыш» тип баһалана[1]. Һуғышһыҙ ваҡыт тыныслыҡ тип атала.