Әрмән теле
әрмән халҡының милли теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әрмән теле (հայերէն, հայերեն, [hɑjɛɾɛˈn]) — һинд-европа телдәр ғаиләһенә ҡараған, айырым бер тармаҡҡа бүленеп сыҡҡан әрмән халҡының теле[3][4].
Әрмән теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
հայերէն, հայերեն (hɑjɛˈɾɛn) |
---|---|
Рәсми статусы |
Әрмәнстан милли аҙсылыҡ (де-юре): Ираҡ Ҡурдистаны[1] |
Идара итеүсе ойошма |
Әрмәнстан Республикаһының милли фәндәр академиһы |
Был телдә һөйләшеүселәр | |
Классификация | |
Категория | |
Индоевропа ғаиләһе
| |
Әлифба |
Әрмән яҙыуы |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
арм 055 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
arm (B); hye (T) |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Әрмән теленең грек теленә яҡын туғанлығы тураһындағы[5], хәҙер үле телдәр иҫәбенә кергән — фригий, фракий, дак, иллирий һәм пеоний телдәре менән палеобалҡан телдәр тармағына берләшкән булған тигән күп фараздар бар. Әммә, хәҙерге заман тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, грек һәм фригий телдәренең әрмән теле менән яҡын туғанлығы тураһындағы фараздар тел материалы нигеҙендә раҫланмағаны асыҡланды[6][7][8]. Бынан тыш, фригий теле боронғо грек һәм боронғо македон телдәренә яҡыныраҡ. Башҡа һинд-европа телдәренә ҡарағанда боронғо грек телен фригий теле менән[7][8][9][10]күберәк һыҙаттар берләштерә, башлыса, грек һәм фригий телдәре һинд-европа телдәренең көнбайыш — кентум, ә әрмән теле көнсығыш — сатем төркөмөнә ҡарай.
Һинд-европа телдәре араһында әрмән теле боронғо яҙмаһы булған телдәрҙең береһе . Хәҙерге әрмән алфавиты Месроп Маштоц тарафынан б. э. 405 йылында яҙылған. Хәҙерге көндә көнбайыш әрмән һәм көнсығыш әрмән варианттары бар. Үҙенең оҙон тарихи үҫешендә[11], һинд-европа теленең тармағы булараҡ, артабан әрмән теле төрлө һинд-европа һәм һинд-европа телдәренә ҡарамаған башҡа телдәр менән — тере телдәр һәм хәҙер үле телдәр менән йәнәш йәшәгән, уларҙан, хәҙерге көнгә яҙма сығанаҡтар аша еткерелмәгән мәғлүмәтте үҙләштереп, бөгөнгө көнгә тиклем килтереп еткергән. Төрлө осорҙарҙа әрмән теле менән хетт һәм иероглифтар ҡулланған лувий, хуррит, урарт, аккад телдәре, арамей, сүриә, ғәрәп, парфян телдәре, фарсы, грузин, грек һәм латин телдәре үҙ-ара бәйләнештә йәшәгән. Был мәғлүмәт бигерәк тә әрмән теленән үҙҙәре өйрәнгән телдәр тарихы буйынса факттар йыйыусы урартологтарға, ирансыларға, картвелсыларға мөһим.
Ер йөҙөндә барыһы әрмән телендә — 5,9[2] — 6,7[3] миллионға яҡын кеше һөйләшә. Массачусетс[12] технологик институты тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, әрмән теле донъяның 50 иң әһәмиәтле телдәренең береһе[13].