2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары
Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында 2014 йылда үткән Ҡышҡы Олипия уйындары / From Wikipedia, the free encyclopedia
2014 йылғы Ҡышҡы олимпия уйындары (ингл. 2014 Winter Olympics, XXII ҡышҡы олимпия уйындарының рәсми исеме) — 2014 йылдың 7—23 февралдә Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында үткән халыҡ-ара спорт сараһы. Сочи ҡалаһы 2007 йылдың 4 июлендә Гватемалала Халыҡ-ара олимпия комитетының 119-сы сессияһында һайлана. Был сара Рәсәй биләмәһендә уҙған икенсе Олимпия уйындары, беренсеһе — 1980 йылдағы Мәскәүҙәге йәйге Олимпияда, һәм тәүге тапҡыр — ҡышҡы уйындар. Олимпия уйындары тамамланғас шул уҡ объекттарҙа ҡышҡы Паралимпия уйындары — 2014 үткәрелә.
2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары | |
Рәсми атамаһы | XXII. Olympesch Wanterspiller |
---|---|
Спорт төрө | ҡышҡы спорт төрҙәре |
Девиз тексы | Hot. Cool. Yours һәм Waarm. Cool. Däint |
Дәүләт | Рәсәй |
Урын | Сочи һәм Красная Поляна[d] |
Алдағы | 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | зимние Олимпийские игры 2018[d] |
Номер издания | 22 |
Ваҡиға ваҡыты | февраль 2014 |
Башланыу датаһы | 7 февраль 2014 |
Тамамланыу датаһы | 23 февраль 2014 |
Кем официально открыт | Путин Владимир Владимирович |
Ант биреүселәр | Захаров, Руслан Альбертович[d] |
Кем зажжён факел | Третьяк Владислав Александрович |
Ҡатнашыусылар | Патрик Элиаш[d] һәм Уильямсон, Шейн[d] |
Ҡатнашыусылар һаны | 88[1] һәм 2780[1] |
Рәсми сайт | olympics.com/en/olympic-… |
Тасуирлау биттәре | sports-reference.com/oly… |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 19 900 ± 99[2] |
2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары Викимилектә |
Сочи Олимпиядаһы иҫәп буйынса егерме икенсе (XXII) ҡышҡы уйындар, 1980 йылғы Мәскәү Олимпиядаһы ла егерме икенсе уйындар ине. Сочи Олимпиядаһы 2010 йылғы Ванкуверҙа үткән Ҡышҡы олимпия уйындарына ҡарағанда 12 спорт төрөнә күберәк, дөйөм алғанда 98 комплект миҙал уйнатылған.