Башҡорт ҡәбиләләре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт ҡәбиләләре — башҡорт халҡында борондан һаҡланып килгән ерле үҙидара итеүҙең бер төрө. Бөтә донъя кимәлендә башҡа халыҡтарҙа демократияға ҡарата булған ынтылыш башҡорттарҙа урта быуаттар заманында уҡ үҫеш алған булған. Һәр ырыуҙың халыҡ йыйылышы — ҡоролтайы, аҡһаҡалдар ҡоро, бейҙәре, шәжәрәһе, тамғаһы, ағасы, ҡошо һәм ораны булыуы быны дәлилләй.