Белорус готикаһы
XV―XVI быуаттарҙа (күбеһенсә XVI быуаттың беренсе яртыһында) хәҙерге [[Беларусь|Белоруссия]], көнсығыш Польша, шулай уҡ көнбайыш Украина төбәкт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Белорус готикаһы (бел. беларуская готыка) — XV―XVI быуаттарҙа (күбеһенсә XVI быуаттың беренсе яртыһында) хәҙерге Белоруссия, көнсығыш Польша, шулай уҡ көнбайыш Украина төбәктәрендә төҙөлгән кирбес готика архитектураһының бер төрө. Белорус готикаһына готика һәм ренессанс һыҙаттарының, боронғо урыҫ монументаль төҙөлөшө традицияларының һәм урыҫ-византия стиле йоғонтоһоноң гармоник рәүештә берләшеүе хас, улар был ҡомартҡыларҙы байытып ҡына ҡалмай, ә уларға ҡабатланмаҫ үҙенсәлек бирә һәм художество ҡиммәтен арттыра. Белорус готикаһына, бер яҡтан, кирбес готикаһы, икенсе яҡтан, кирбестән эшләп булмаған скульптур биҙәлештәрҙең юҡлығы, диуарҙағы орнаменталь биҙәктәрҙең байлығы һәм ҡыҙыл йәки ялтыратылған кирбестәрҙе аралаштырып һалыу, диуарҙы аҡ эзбиз менән буяу иҫәбенә диуар яҫылығын структуралаштырыу хас.