Бүҙәнә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бүҙәнә, бытбылдыҡ, бүтбелдек (урыҫ. перепел) — һорғолт сыбар төҫлө, оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күгәрсен ҙурлығындағы ялан ҡошо.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Бүҙәнә, Фәнни классификация ...
? Бүҙәнә | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Coturnix coturnix Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Ябырға
Тауыҡҡа оҡшаған бәләкәй генә ҡош, һирәк оса, күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро, һыртында ҡара һәм аҡ буй һыҙыҡтар бар. Яҙғыһын ата ҡоштоң тамағы ҡара, көҙгөһөн аҡ төҫтә була. Башҡа тауыҡҡа оҡшаған ҡоштарҙан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «быт-быт-быт».
Ҡоро болондарҙа, яландарҙа, иген баҫыуҙарында йәшәй. Үлән орлоҡтары, иген, бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған аҡһыл йәки һарғылт һоро йомортҡаларының һаны 15-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.