Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ойоштороу йыйылышы — Рәсәйҙәге 1917 йылдың ноябрендә һайланған һәм 1918 йылдың ғинуарында Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошон билдәләү өсөн саҡырылған вәкиллекле орган.
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы | |
Дәүләт | Рәсәй демократик федератив республикаһы[d] |
---|---|
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1918 |
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы Викимилектә |
Алпауыт ерҙәрен национализациялай, солох килешеүен төҙөүгә өндәй, Рәсәйҙе федератив демократик республика итеп иғлан итә һәм шуның менән идара итеүҙең монархия формаһынан баш тарта (1917 йылдың сентябрендә Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итеүенә ҡарамаҫтан). Йыйылыш эшсе һәм крәҫтиән депутаттарының советтарына дәүләт власын биргән хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары Декларацияһын тикшереүҙән баш тарта.
1918 йылдың 6 ғинуарҙа Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитеты (ВЦИК) Ойоштороу йыйылышын тарата, актты Эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Советының Бөтә Рәсәй III Съезы 18 ғинуарҙа раҫлай.