Илиада
Гомерҙың эпик поэмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Илиа́да» (бор. грек. Ἰλιάς) — Боронғо Грецияның һаҡланып ҡалған иң боронғо әҙәбиәт ҡомартҡыһы. Эпик поэманы Гомер яҙған тип фаразлана. Бында Троя һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә, әҫәрҙең нигеҙендә боронғо ҡаһармандар тураһындағы халыҡ риүәйәттәре ята.