Иҫке башҡорт теле
13 быуатта барлыҡҡа килгән һәм 20 быуат башына тиклем ҡулланылған яҙма төрки теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке башҡорт теле (татар. иске татар әдәби теле, İske tatar ädäbi tele, ایسكی تاتار تلی) — иҫке әҙәби тел, XIV—XX быуаттарҙа төрлө төрки халыҡтар ҡулланған яҙма тел. Монгол осоронан һуң төрки телдәрҙең бер тармағы булып ҡалыплаша. Төбәктәрҙә бер нисә төрө булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың төрки телдәрҙең яҡынлығына нигеҙләнгән уртаҡлығы бар. Ғәрәп яҙмаһы менән яҙылғанға күрә һуҙынҡылары яҙыуҙа тулы сағылыш тапмаған, шунлыҡтан бер үк һүҙ төрлө төбәктә төрлөсә уҡылған. Ғәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәре күп булған.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Иҫке башҡорт теле | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй империяһы |
Тел төрҙәре | агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Ғәрәп алфавиты |
Иҫке башҡорт теле Викимилектә |
Ябырға