Йәһүдтәр
донъяның бик күп илдәрендә йәшәгән халыҡ, үҙҙәренең дәүләте Израиль / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәһүдтәр (үҙ атамалары — йеhудим (יְהוּדִים) ивритса һәм йидн (ייִדן) идишса) — семит сығышлы халыҡ, боронғо Исраил һәм Йәһүҙиә батшалыҡтарында йәшәгән халыҡтарҙан таралғандар[1][2], донъяның бик күп илдәрендә йәшәйҙәр (1948 йылдан йәһүд дәүләте Израиль бар). 2012 йылға йәһүдтәр һаны — 13,86 миллион, шуның 43 проценты Израилдә һәм 39 проценты — АҠШ-та[3].
Йәһүдтәрҙең традицион дине — иудаизм[4]. Йәһүдтәрҙең күбеһе үҙҙәре йәшәгән илдәрҙең телендә һөйләшә. Израилдә иврит дәүләт теле булып тора, ул һөйләш теле булараҡ XIX быуатта тергеҙелгән. Төрлө илдәрҙә үҙенсәлекле йәһүд телдәре бар, уларҙың иң таралғаны — идиш — герман телдәре төркөмөнә инә.
Йәһүд телен, йәһүдтәрҙе һәм йәһүдтәр менән бәйле бөтә билдәләмәләрҙе өйрәнеүсе фән һебраистика (урыҫ. гебраистика) тип атала.