Конго Демократик Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Конго Демократик Республикаһы (франц. République Démocratique du Congo), Конго ДР — Үҙәк Африкалағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Киншаса. Дәүләт теле — француз теле. 26 провинцияға бүленә. 1960 йылдарға тиклем Конго Демократик Республикаһы Бельгияның колонияһы булған.
| |||||
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]] | |||||
Рәсми телдәр | Француз теле | ||||
Баш ҡала | Киншаса | ||||
Территория • Бөтәһе | 2 344 858 км² | ||||
Валюта | конголезский франк (CDF, код 976) | ||||
Интернет-домен | .cd | ||||
Код ISO | CD | ||||
МОК коды | COD | ||||
Телефон коды | +243 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
2020 йылдар уртаһына ҡарата мәғлүмәт буйынса, халҡы — 101 миллион самаһы кеше, территорияһы — 2 858 344 км² тәшкил иткән, ике күрһәткес буйынса ла төбәктең иң эре илдәренең береһе булып тора. Майҙаны буйынса Алжирҙан ғына ҡалыша, континентта 2-се урын, ә халҡы буйынса Нигерия, Эфиопия һәм Мысырҙан ҡалыша дүртенсе урында тора.
Этномәҙәни төрлөлөгө менән айырыла.
Федератив дәүләт, президент республикаһы. 2019 йылдың 24 ғинуарында президент вазифаһын Феликс Чисекеди биләй.
Конго Республикаһы, Үҙәк Африка Республикаһы, Көньяҡ Судан, Уганда, Руанда, Бурунди, Танзания, Замбия, Ангола, шул иҫәптән менән Ангола эксклавы Кабинда менән ҡоро ер сиге бар.
Донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. Эске тулайым продукт күләме һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса 2019 йыл өсөн 78,297 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (йән башына яҡынса 800 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — конго франкы.