Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе (АСЕАН; ингл. Association of SouthEast Asian Nations) — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләттәрҙең сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни хөкүмәт-ара төбәк ойошмаһы. 1967 йылдың 8 авгусында Бангкок ҡалаһында «АСЕАН декларацияһына» («Бангкок декларацияһы») ҡул ҡуйғандан һуң барлыҡҡа килә.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
АСЕАН-дың флагы | |
Ағза-илдәре |
Бруней |
Секретариаттың урынлашыуы | Джакарта |
Генераль секретарь | Лим Джок Хой |
Рәсми теле | инглиз теле |
Майҙаны | 4 480 000 км2 |
Халҡы — Бөтәһе (2004) |
592 000 000 122.3 кеше/км² |
ВВП (2003) — Бөтәһе |
|
Барлыҡҡа килеүе АСЕАН декларацияһы АСЕАН Уставы |
8 август 1967 йыл 16 декабрь 2008 йыл |
1976 йылда Бали утрауында Көньяҡ-Көнсығыш Азияла Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә һәм АСЕАН татыулыҡ декларацияһына ҡул ҡуйғандан һуң АСЕАН ойошмаһы формалаштырыла.
АСЕАН-дың юғарғы органы булып ағза-дәүләттәр етәкселәренең (ил һәм хөкүмәт башлыҡтарының) осрашыуы тора. 2001 йылдан алып бындай осрашыуҙар йыл һайын үткәрелә. Етәксе һәм координациялау органы булып йыл һайын үткәрелгән тышҡы эштәр министрҙары кәңәшмәһе тора. Шулай уҡ йыл һайын финанс министрҙарының һәм ваҡыты-ваҡыты менән ауыл хужалығы һәм иҡтисад министрҙарының кәңәшмәләре уҙа, әммә уларҙың иң мөһим ҡарарҙары тышҡы эштәр министрҙары тарафынан раҫланырға тейешле. Рәйеслек итеүсе илдең тышҡы эштәр министры һәм башҡа ағза-дәүләттәрҙең илселәренән торған даими комитет ойошмала көндәлек етәкселекте башҡара. Даими Секретариат Джакарта ҡалаһында урынлашҡан һәм Генераль секретарь тарафынан етәкселек ителә (2013 йылдың 9 ғинуарынан алып был вазифаны Вьетнамдың элекке тышҡы эштәр министры Ле Лыонг Минь башҡара, вәкәләтлек ваҡыты — 5 йыл). Тағы ла 29 комитет һәм 122 эш төркөмө бар, улар АСЕАН сиктәрендә йылына 300-ҙән ашыу сара уҙғара.