Манты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ма́нты́, манту́ йәки бууз, позы— Үҙәк Азия, Төркиә, Монголия, Корея («манду́» (кор. 만두?, 饅頭?) илдәренең традицион итле блюдоһы. Уны ваҡ итеп туралған итте йә ит үткәргестән сығарылған фаршты йоҡа ғына итеп йәйелгән ҡамырға төрөп яһайҙар һәм махсус манты ҡаҙанында (урыҫса мантоварка) парҙа бешерәләр. Башҡорт теле манты һүҙен ҡытай теленән үҙләштергән. Был һүҙ яҡынса «маньтоу» (ҡытайса 饅頭) тигән ҡытай һүҙенән килеп сыҡҡан һәм «тултырылған баш» йәки «варвар башы» тигән мәғәнәне аңлата.