СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты
1934—1943 йылдарҙа (1941 йылдың 3 февраленән 20 июленә тиклем өҙөклөк менән) СССР-ҙың енәйәтселек менән көрәш һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм дәүл / From Wikipedia, the free encyclopedia
Совет Социалистик Республикалар Союзының Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД СССР, СССР НКВД-һы, Наркомвнудел) — 1934—1943 йылдарҙа (1941 йылдың 3 февраленән 20 июленә тиклем өҙөклөк менән) СССР-ҙың енәйәтселек менән көрәш һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм дәүләт именлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт идаралығының үҙәк органы.
- НКВД бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: НКВД (мәғәнәләр).
СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД СССР – СССР НКВД-һы) | |
---|---|
«СССР НКВД-һының атҡаҙанған хеҙмәткәре» билдәһе | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил | СССР |
Нигеҙләнгән | 10 июля 1934 |
Алдан килеүсе | РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Милиция һәм уголовный розыктың баш идаралығы СССР Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы |
Бөтөрөлгән | 15 марта 1946 |
Дауамсы | СССР-ҙың Дәүләт именлеге министрлығы СССР Эске эштәр министрлығы |
Бойһоноусылар | СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы |
Штаб-квартира | Мәскәү, Дзержинский майҙаны (1991 йылдан Лубянка майҙаны), 2-се йорт. |
Халыҡ комиссары | см. список |
СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1934 йылдың 10 июль ҡарары менән ойошторола[1]. НКВД составына СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы элекке СССР-ҙың Берләштерелгән Дәүләт Сәйәси Идаралығы (ОГПУ при СНК СССР -Объединённое Государственное Политическое Управление СССР) инә, ул Дәүләт именлегенең баш идаралығы итеп үҙгәртелә (Главное управление государственной безопасности НКВД СССР-ГУГБ).
НКВД-ның яуаплылығы өлкәһенә коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш, сәнәғәттең башҡа тармаҡтары, шулай сәйәси сыск һәм судтан тыш приговор сығарыу хоҡуғы, яза башҡарыу системаһы, тышҡы разведка, сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр, армиялағы контрразведка инә.
1946 йылда СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы (рус. МВД СССР) итеп үҙгәртелә.