Рәсәй Олимпия комитеты ҡышҡы Олимпия уйындарында 2022
From Wikipedia, the free encyclopedia
2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты бөтә 7 спорт төрөндә лә ҡатнаша (бөтәһе 212 спортсы (103 ҡатын-ҡыҙ һәм 109 ир-егет)[4]. 2022 йылдың 20 ғинуарында Рәсәй Олимпия комитеты уйындарҙың киңәйтелгән исемлеген баҫтырып сығара, уның составына 217 спортсы индерелә[5].
Рәсәй Олимпия комитеты ҡышҡы Олимпия уйындарында 2022 | |
Флаг | |
Эшмәкәрлек йылдары | 2022[1] |
---|---|
Спорт төрө | олимпия спорт төрө[d] |
Ҡатнашыусы | Ҡышҡы Олимпия уйындары 2022 |
Дәүләт | Рәсәй |
Циклдың өлөшө булып тора | Russian Olympic Committee at the Olympics[d] |
Флагоносец | Фаткулина, Ольга Александровна[d][2][3] һәм Вадим Александрович Шипачёв[d][2][3] |
Представляет | Олимпийский комитет России[d] |
Рәсәй Олимпия комитеты ҡышҡы Олимпия уйындарында 2022 Викимилектә |
Пхёнчханда Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланғандан һуң, Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) Рәсәй Олимпия комитетының ағзалығын тергеҙә[6] һәм 2021 йылдың февралендә Пекинда 2022 йылғы Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн рәсми саҡырыу ебәрә[7], әммә допинг-скандал арҡаһында[8] спорт арбитраж суды (CAS) ҡарарына ярашлы[5], Рәсәй спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Рәсәй флагы һәм гимны аҫтында сығыш яһай алмай[9]. Шуға ярашлы Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй спортсылары, Токиолағы йәйге уйындарҙағы кеүек үк, «Рәсәй Олимпия комитеты командаһы» составында сығыш яһай, тигән ҡарар ҡабул итә[10].
Рәсәй Олимпия комитеты делегацияһы башлығы — Андрей Конокотин[11].
Рәсәй командаһы 6 алтын миҙал яулай һәм был күрһәткес буйынса 9-сы урынды биләй. Наградаларҙың дөйөм һаны — 32, Норвегия командаһынан (37) һуң икенсе урында тора. Фигуралы шыуыуҙа 2 һәм саңғы ярыштарында 4 алтын миҙал яулай. РОК командаһында иң уңышлы спортсыһы — 25 йәшлек саңғысы Александр Большунов, уның иҫәбендә өс алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал.