Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте
Рәсәйҙең дәүләт именлеген тәьмин итеүсе хеҙмәт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәте (рус. Федеральная служба безопасности Российской Федерации) — Рәсәй башҡарма федераль власының туранан-тура Рәсәй Президентына буйһонған дәүләт органы. Рәсәйҙең дәүләт именлеген тәьмин итеүсе махсус хеҙмәт.
Ҡыҫҡа факттар Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте(ФСБ России), Дөйөм мәғлүмәт ...
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте | |
---|---|
Федераль именлек хеҙмәте эмблемаһы | |
Федераль именлек хеҙмәте флагы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Бойһоноусылар | Рәсәй Президенты |
Юғары идара | Рәсәй Президенты |
Штаб-квартира | Мәскәү, Лубянка майҙаны, 2 |
Директор | Александр Васильевич Бортников |
Сайт | |
www.fsb.ru |
Ябырға
Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошҡа ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм эшләнгәндәрен асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи базаһын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Рәсәй Федерацияһының «Федераль именлек хеҙмәте тураһында»ғы Законы (1995) тәшкил итә.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт именлеге органдарының төп бурыстары:
- Рәсәй Федерацияһының директив органдарын дәүләт именлегенә янаған хәүефтәр тураһында иҫкәртеү;
- сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәре һәм ойошмаларының, айырым кешеләренең разведкалау һәм башҡа төр эшмәкәрлеген асыҡлау, иҫкәртеү һәм булдырмау;
- терроризм һәм диверсия эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш алып барыу;
- дәүләт власы органдары менән берлектә ойошҡан енәйәтселеккә, коррупцияға, контрабандаға, енәйәтсел килемдәрҙе легалләштереүгә, халыҡ миграцияһына ҡағылышлы закон боҙоуҙарға, ҡорал, һуғыш припастары, наркотик һәм психотроп матдәләр, мәғлүмәтте йәшерен юл менән алыу өсөн ҡулланыла торған техник саралар әйләнешенә ҡаршы көрәшеү;
- көс ҡулланып, конституцион ҡоролошто үҙгәртеү, власты баҫып алыу йә ҡулда тотоу маҡсатын ҡуйған ҡораллы фетнәләрҙе ойоштороуға ҡаршы тороу;
- үҙ вәкәләттәре сиктәрендә дәүләт серенә индерелгән мәғлүмәттәрҙе һаҡлау;
- Рәсәй Федерацияһы именлеге, уның иҡтисады, фәнни техник һәм оборона потенциалын күтәреү мәнфәғәттәрендә үткәрелеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләт власы органдарына булышлыҡ итеү һ.б.