Сарматтар
б. э.т. VI-IV б. иртә Тимер быуатындағы иран телле күскенсе һуғышсан халыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сарматтар (бор. грек Σαρμάται, лат. Sarmatae) — Тиса һәм Дунай йылғаһынан Арал диңгеҙенә (хәҙерге Украина, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан биләмәләре) тиклемге һыу айырғыстың дала райондарында иртә Тимер быуат (VI—IV бб.) аҙағында йәшәгән иран телле күсмә ҡәбиләләрҙән торған халыҡ. Тикшеренеүселәр фекеренсә, сарматтарҙы, «савроматтар» исеме аҫтында, тәүге тапҡыр Геродот телгә алған, ул былай тип хәбәр иткән: «Әгәр Танаис (хәҙ. Дон) йылғаһын кисеп сыҡһаң, унда инде скиф ерҙәре түгел, ә савромат өлкәһе». Н. Лысенко фекере буйынса, Марк Випсани Агриппа (б. э. т. I б.) донъя картаһын төҙөгән ваҡыттан бирле «савромат» һәм «сармат» этнонимдары синоним итеп ҡулланылған.
Антик авторҙар сарматтарға: аорстарҙы, языгтарҙы, сиракиларҙы, аландарҙы, роксоландарҙы, сайиларҙы индергән.