Спартак
From Wikipedia, the free encyclopedia
Спартак (лат. Spartacus, греч. Σπάρτακος; беҙҙең эраға тиклем 71 йылдың апрелендә Силари йылғаһында һәләк була, Апулия) — беҙҙең эраға тиклем 73-71 йылдарҙа Италияла ҡолдарһәм гладиаторҙар ихтилалы етәксеһе. Фракиялы, аҙағына тиклем асыҡ булмаған шарттарҙа ҡол, һуңынан гладиатор була. Беҙҙең эраға тиклем 73-сө йылда 70 арҡаҙашы менән Капуелағы гладиаторҙар мәктәбенән ҡаса. Векзувийҙа йәшеренеп, үҙенә ҡаршы ебәрелгән отрядты ҡыйрата. Һуңынан ҡолдарҙан һәм Италия ярлыларынан көслө һәм сағыштырмаса тәртипле армия ойоштороп, римлеләрҙе бер нисә тапҡыр еңә. Беҙҙең эраға тиклем 72-се йылда ике консулды ҡыйрата, уның армияһынә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 70 меңгә тиклем хатта 120 меңгә тиклем үҫә. Һуғыштар менән Спартак Италияның төньяҡ сигенә тиклем етә, күрәһең, Альпты аша сығырға ниәтләгән әммә һуңынан кирегә борола.
Спартак | |
лат. Spartacus грек. Σπάρταϰος | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | билдәһеҙ |
Тыуған урыны | Фракия |
Вафат булған көнө | апрель б. э. т. 71 |
Вафат булған урыны | Лукания[d], Италия |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Атаһы | билдәһеҙ |
Әсәһе | билдәһеҙ |
Һөнәр төрө | гладиатор, полководец |
Социаль синыф | ҡол[d] |
Һуғыш/алыш | восстание Спартака[d] һәм битва при Везувии[d] |
Эра | поздняя Римская республика[d] |
Спартак Викимилектә |
Рим сенатының һуғышта командующийы итеп Марк Красс Лицинийҙы тәғәйенләй. Улар хөкүмәт армияһының хәрби һәләтен күтәрә. Спартак Бруттийға сигенә, унан Сицилияға сығырға ниәтләй, әммә Мессин боғаҙынан үтә алмай. Красс уны Италиянан соҡор һәм нығытмалар менән айыра; ихтилалсылар уны үтеп сығып, тағы бер еңеү яулай. Ниһайәт, беҙҙең эраға тиклем 71 йылдың апрелендә, ресурстар сарыф ителеп бөткәс, ә Италияғатағы ике Рим армияһы килгәс, Спартак Силар йылғаһында һуңғы алышҡа сыға. Ул һуғышта һәләк була, баш күтәреүселәр ҡырыла.
XIX быуатта Спартак бик популяр шәхесе була: ихтилал юлбашсыһы бер нисә билдәле китаптың, нәфис фильмдарҙың һәм башҡа сәнғәт әҫәрҙәренең төп геройы булып тора. Карл Маркс Спартакка юғары баһа бирә, һуңынан был баһа марксистик тарих фәнендә таралыу ала. Спартак коммунистик хәрәкәт символына әйләнә. Күп кенә тикшеренеүселәр ихтилалдың ҡоллоҡҡа ҡаршы көрәш менән дә, беҙҙең эраға тиклем I быуатта Римда киң таралған Граждандар һуғышы менән дә бәйләнешен билдәләй.