Ференц Лист
венгр композиторы, пианист-виртуоз, педагог, дирижёр, публицист / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ференц (Франц) Лист (мадьярса Liszt Ferencz, нем. Franz Liszt; 22 октябрь 1811 йыл, Райдинг, Австрия империяһы — 31 июль 1886 йыл, Байройт, Германия империяһы) — венгр композиторы, пианист-виртуоз, педагог, дирижёр, публицист, музыкаль романтизмдың сағыу вәкилдәренең береһе. Музыкала Веймар мәктәбенә нигеҙ һалған.
Ференц Лист Ferencz Liszt | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
нем. Franz Liszt |
Тулы исеме |
Franz Ritter von Liszt |
Тыуған |
22 октябрь 1811({{padleft:1811|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) |
Тыуған урыны |
Бургенланд, Райдинг, Австрия империяһы |
Үлгән |
31 июль 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (74 йәш) |
Үлгән урыны |
Байройт, Герман империяһы |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
XIX быуаттағы Венгрия, Австрия композиторы, XIX быуаттағы Венгрия, Австрия пианисы, XIX быуаттағы Венгрия, Австрия дирижёры, XIX быуаттағы Венгрия, Австрия музыка педагогы |
Инструменттар | |
Жанрҙар | |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Әҫәрҙәр в Викитеке | |
Лист XIX быуаттың бөйөк пианистарының береһе була. Уның дәүерендә концерт пианизмы сәскә ата, сикһеҙ техник мөмкинлектәргә эйә булған Лист уның башында бара. Әлеге заманда ла уның виртуозлығы хәҙерге пианистар өсөн өлгө, ә әҫәрҙәре фортепиано оҫталығының үре тип һанала.
1843 йылда Лист тенор Джованни Батиста Рубини менән Нидерланд һәм Германия буйлап гастролгә концерт турнеһына сыға.
Әүҙем концерт эшмәкәрлеге 1848 йылда тамамлана (һуңғы концерты Елисаветградта була).
Композитор булараҡ Лист гармония, мелодика, форма һәм фактура өлкәһендә күп асыштар яһай. Яңы инструменталь жанрҙар (рапсодия, симфоник поэма) сығара. Бер өлөшлө цикллы форманы хасил итә, был форма Шуман менән Шопенда тойомланһа ла, әллә ни ҡыйыу үҫтерелмәгән була.
Лист сәнғәттәр синтезы идеяһын пропагандалай (был йәһәттән Вагнер уның фекерҙәше була). Ул «саф сәнғәттәр осоро» тамамланыуын билдәләй (был тезис 1850-се йылдарҙа күтәрелә). Әгәр Вагнер был синтезды музыка менән һүҙҙең бәйләнешендә күрһә, Лист өсөн ул һынлы сәнғәт, архитектура менән бәйле була, хәйер, әҙәбиәт тә ҙур роль уйнай. Ошо сәбәпле уның программа әҫәрҙәре күп була: «Обручение» (Рафаэль) картинаһы, «Мыслитель» (Микеланджелоның Лоренцо Медичи ҡәберенә ҡуйылған скульптураһы) буйынса һ. б. Артабан сәнғәттәр синтезы идеялары киң ҡулланылыш таба. Лист сәнғәттең халыҡҡа йоғонто яһау, яуызлыҡ менән көрәшеү көсөнә инана. Уның мәғрифәтселек эшмәкәрлеге ошоға бәйле була.
Лист педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Уның янына Веймарға бөтә Европанан пианистар килеп йөрөй. Йортондағы залда уларға асыҡ дәрестәр бирә, бының өсөн бер ҡасан дә хаҡ һорамай. Уның янына килгән кешеләр араһында Бородин, Зилоти һәм д’Альбер ҙа була.
Дирижёрлыҡ эшмәкәрлеге менән Лист Веймарҙа шөғөлләнә башлай. Ул унда опералар ҡуя (шул иҫәптән, Вагнерҙы ла), симфониялар башҡара.
Әҙәби хеҙмәттәре араһында — Шопен тураһындағы китабы, венгр сиғандары музыкаһы тураһында китабы, шулай уҡ көнүҙәк һәм глобаль мәсьәләләргә бағышланған күп һанлы мәҡәләләре.