Ғаилә (биология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғаилә (лат. familia) — биологияла: тәртиптән түбәнерәк һәм триба менән ырыуҙан бейегерәк таксон. Зоологияла ғаиләләр исемдәре латин телендә -idae киҫәксәһе менән яһала: Cervus — болан, Cervidae — болан һымаҡтар. Ботаникала ғаиләләр исемдәре -aceae киҫәксәһе менән яһала: Rosa — гөлйемеш, роза, Rosaceae — роза сәскәлеләр. Шулай уҡ аҫ ғаилә һәм өҫ ғаилә төркөмдәре ҡулланыла.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Ғаилә (мәғәнәләр).
Ғаилә Пьер Маньоль тарафынан индерелгән.