Андреа Палладио
From Wikipedia, the free encyclopedia
Андреа Палладио (итал. Andrea Palladio), төп исеме Андреа ди Пьетро да Падова (Andrea di Pietro da Padova, Andrea di Pietro della Gondola) (30 ноябрь 1508 йыл, Падуя, 19 август 1580 йыл, Виченца) — һуңғы Яңырыу осоро Венеция мәктәбенең итальян архитекторы. Палладианлыҡҡа — антик традицияларын яңынан аңлауға нигеҙләнгән Европа классицизмы архитектураһында оригиналь ағымға нигеҙ һалыусы. Палладио сиркәү һәм донъяуи биналар төҙөй. Уның «Четыре книги об архитектуре» (1570) теоретик трактаты уға дөйөм танылыу килтерә, ә күренекле ҡоролмалары Европаның һәм Американың төрлө илдәрендә оҡшатып эшләнгән биналар тыуҙыра[5].
Андреа Палладио | |
итал. Andrea Palladio | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған көнө | |
Вафат көнө | |
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
- | |
Андреа Палладио Викимилектә[4] | |
Палладио проектлаған Виченца ҡалаһындағы егерме өс бина һәм Венето өлкәһендә егерме дүрт палладиан вилла «Виченца ҡалаһы һәм Венетоның палладиан виллалары» исеме менә Бөтә донъя мираҫы объекты өлөшө булараҡ ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[6].