Итальян теле
роман теле, Италия, Швейцария, Ватикан һәм Сан-Мариноның рәсми теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Италья́н теле (italiano, lingua italiana) — Италия, Ватикан (латин теле менән бер рәттән), Сан-Марино һәм Швейцарияның (немец, француз һәм ретороман теле менән бер рәттән). Хорватия һәм Словенияның ҡайһы бер округтарында икенсе рәсми тип таныла.
Итальян теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
italiano, lingua italiana |
---|---|
Илдәр | |
Идара итеүсе ойошма |
Делла Круска Академияһы |
Был телдә һөйләшеүселәр |
65 млн. (2012) |
Классификация | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
ита 235 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Итальян теле Италияла таралған ябай латин теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Урта быуаттарҙа, Италияла бер нисә айырым дәүләт булған дә-үерҙә, дөйөм әҙәби тел булмаған, шулай ҙа төрлө диалекттарҙа яҙылған яҙма ҡомартҡылар һаҡланып ҡалған. Яңырыу осоро (Ренессанс) ваҡытынан алып, Тоскана, дөрөҫөрәге — Флоренция диалекты өҫтөнлөк ала башлай, сөнки был телдә Данте, Петрарка һәм Боккаччо яҙа. Шулай ҙа, зыялы кешеләр итальян телен «ябай халыҡ теле» — volgare тип иҫәпләй, классик латин телен унан өҫтөн ҡуя. XVIII—XIX быуаттарҙа дөйөм Тоскана диалектына нигеҙләнгән итальян әҙәби теле формалаша, ул төньяҡ һәм көньяҡ идиомдары араһындағы урынды биләй. Шулай ҙа Италияла бик күп диалект һаҡлана, улар араһында бик ҙур айырма бар: тарихи күҙлектән ҡарағанда, төньяҡ диалекттары галл һәм роман телдәре, ә көньяҡ диалекттар — италий һәм роман телдәре ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән. Диалекттарҙан тыш, бер нисә итальян әҙәби теленең бер нисә төбәк төрө бар.[1] Шулай уҡ итальян теленең диалекты тип иҫәпләнмәгән, бер нисә айырым тел (идиом) бар, мәҫәлән, сардин теле һәм фриул теле).
Итальян теле төҙөлөшө роман телдәре төҙөлөшөнә оҡшаш[2]. Фонологияла өндәрҙең һүҙ мәғәнәһенә тәьҫире бик көслө булмаһа ла асыҡ һәм ябыҡ һуҙынҡыларҙы яңы роман телдәрендәге кеүек (француз, португал, каталон телдәре) формаль ҡапма-ҡаршы ҡуйыу бар. Лексикала төп латин һүҙҙәренән тыш латин теленән һуңыраҡ ингән «китап» һүҙҙәре бар.