Атыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Атыш — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ләмәҙе йылғаһының уң ярына тамағынан 61 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км.
Атыш | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 11 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы (B) | Ләмәҙе |
· Координаталар | 54°33′02″ с. ш. 57°17′34″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200612111100019379 |
Атыш Викимилектә |
Башта ер өҫтөндә ағып килеп, Атыш аҡланын барлыҡҡа килтерә.Унан карст араһына һеңә һәм ер аҫтынан аҡҡанында Ағуй йылғаһы менән ҡушыла. Унан 3—3,5 километр үткәс ер өҫтөнә сығып Атыш шарлауығын барлыҡҡа килтерә. Артабан диаметры 20 метр һәм тәрәнлеге ун метрға тиклемге күл барлыҡҡа килтереп, шунан йылға булып ағып сыға. 200 м тирәһе ағып барғас Ләмәҙе йылғаһына барып ҡушыла.
Атыш йылғаһы ер аҫтына киткән урынды Атыш-Сумған тип атайҙар.
Йылғаның һыуы барлыҡ ер аҫты шишмәләре кеүек һәр саҡ +4 °C температурала тора.
Атыш шарлауығынан һәм Атыш мәмерйәһенән тыш, был йылға Заповедная мәмерйәһе менән дә данлыҡлы.Был мәмерйәлә 20 мәмерйә айыуының баш һөйәктәре табылған.