Рәсәй дәүләт һыу реестры
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй дәүләт һыу реестры — федераль , Рәсәй Федерацияһы субъекттары, муниципаль берәмек, физик һәм юридик, шәхси эшҡыуар милкендә булған һыу объекттарын, йылға бассейндарын һәм бассейнда округтарын файҙалыныу тураһында документтар йыйынтығы[1]. Реестрҙағы мәғлүмәт дәүләт мәғлүмәт ресурсы булып иҫәпләнә һәм, Рәсәй Федерацияһы закондары ҡулланыу сикләнгәндәренән башҡа, асыҡ ҡулланыуҙа була[1].
Реестр 2007 йылдың 28 апрелендә № 253 Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә төҙөлә.