Брижит Бардо
француз актрисаһы, йырсыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Брижи́т Анн-Мари́ Бардо́[4][5] (франц. Brigitte Anne-Marie Bardot [bʁi.ʒit baʁ.do]; 28 сентябрь 1934 йыл) — Франция актрисаһы, йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Брижит Бардо | |
франц. Brigitte Bardot | |
| |
Тыуған көнө |
28 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][3][…] (89 йәш) |
---|---|
Һөнәре |
актриса
, |
Карьераһы |
1952—1973 |
Наградалары |
Ҡалып:Почётлы легион ордены кавалеры |
IMDb | |
Брижит Бардо Викимилектә | |
Тәүге тапҡыр 1952 йылда киноға төшә. 1956 йылда «Һәм Алла ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан» тигән фильмдағы роле менән донъяла танылыу яулай. 1950—1960-сы йылдарҙа Европала ул Америкалағы Мэрилин Монро кеүек секс-символға әүерелә. Шоу-бизнестағы 21 йыллыҡ карьераһы барышында 48 фильмда төшә, 80 йыр яҙҙыра, төрлө музыкаль шоуҙарҙа ҡатнаша. 1973 йылда кино карьераһын тамамлағас, Бардо хайуандарҙы яҡлау эшмәкәрлеген башлай. 1990-сы йылдарҙан Францияла иммигранттарҙы, исламды тәнҡитләп, гомосексуалдарҙы һәм раса-ара никахтарҙы ғәйепләп йыш сығыш яһай. Бының һөҙөмтәһендә биш тапҡыр «милләт-ара дошманлыҡ тоҡандырған өсөн» хөкөм ителә.