Грек-рим көрәше
From Wikipedia, the free encyclopedia
Грек-рим көрәше (классик көрәш, француз көрәше, грек-рим стилендәге спорт көрәше) — бергә-бер ҡаршы тороп көрәшеүҙең европа төрө. Был көрәш ҡағиҙәһе буйынса спортсы, билдәле техник хәрәкәттәр (ысулдар) арсеналын ҡулланып, ярышташын тигеҙлеген юғалтыуға килтерергә һәм уны арҡаһына әйләндереп, салҡан йығып һалырға тейеш. Грек-рим көрәшендә, иркен көрәштән айырмалы рәүештә, аяҡтар менән техник хәрәкәттәр яһау (ярышташтың тәнен эләктереү, уға аяҡ салыу, уны кинәт тартыу һәм аяҡтарын ҡулдар менән эләктереү) тыйыла. Классик көрәш Боронғо Грецияла һәм артабан Рим империяһында барлыҡҡа килгән , ә хәҙерге заман грек-рим көрәше төрө XIX быуаттың беренсе яртыһында Францияла формалашҡан.
Грек-рим көрәше | |
Спорт төрө | борьба[d] |
---|---|
Етәксе орган | Объединённый мир борьбы[d] |
Ил | Боронғо Греция |
Грек-рим көрәше Викимилектә |
1896 йылдан башлап грек-рим көрәше Олимпия уйындары программаһына индерелә, 1898 йылда Европа чемпионаттары, ә 1904 йылдан донъя чемпионаттары үткәрелә. Халыҡ-ара көрәш федерацияһында — ФИЛА (FILA; 1912 йылда нигеҙләнгән) — 120 ил (1997) ағза булып тора.
Халыҡ-ара көрәш федерацияһы грек-рим стилендәге алыштың ХХ быуаттағы[1] иң бөйөк көрәшсеһе тип Рәсәй спортсыһы, 3 тапҡыр Олимпия чемпионы, 9 тапҡыр донъя чемпионы, 12 тапҡыр Европа чемпионы, 13 тапҡыр СССР һәм Рәсәй чемпионы Александр Карелинды иҫәпләй.