Гренландия (административ берәмек)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гренландия (гренл. Kalaallit Nunaatt, дан. Grønland, һүҙмә — һүҙ — «йәшел ил») — Дания короллегегенә ингән автономиялы биләмә, Төньяҡ Боҙло һәм Атлантик океандар араһында Арктика архипелагынан көнсығышҡа табан урынлашҡан. Физик география буйынса Гренландия Төньяҡ Америка ҡитғаһының бер өлөшө булып торһа ла, меңәр йылдар дауамында сәйәси һәм мәҙәни йәһәттән ул Европа менән бәйле (айырыуса элекке колониаль державалар булған Норвегия һәм Дания, шулай уҡ күрше утрау — Исландия менән)[10]. Утрау халҡының күпселеге — инуиттар, уларҙың ата-бабалары XIII быуат тирәләрендә Канада территорияһынан күсенеп, әкренләп утрауҙа төпләнә.
Гренландия — донъялағы иң ҙур утрау (Австралия, ғәҙәттә, утрау тип түгел, ә ҡитға тип иҫәпләнелә). Гренландияның дүрттән өс өлөшө Антарктиданан ситтә берҙән-бер даими боҙ ҡалҡаны менән ҡапланған. Халҡы — 57 728 кеше (2016 йылдың июле), был биләмә — бөтә донъяла халыҡ тығыҙлығы иң түбән булған урын (бер квадрат километрға 0,027 кеше). Тораҡ пункттар араһында юл юҡ тиерлек. Улар араһында транспорт бәйләнешен, башлыса, диңгеҙ һәм авиация транспорты үтәй.
Гренландия яҡынса 4500 йыл элек Канада территорияһынан күсенә башлаған арктика халыҡтары менән тулылана башлай[11]. Викингтар X быуаттар тирәһендә утрауҙың элек кеше йәшәмәгән көньяҡ өлөшөнә төпләнә, ә инуиттар утрауға 13-сө быуаттарҙа килә. XV быуат аҙағына Норвегия колонияларынан халыҡ ситкә китә башлай, тораҡ пункттары бушап ҡала. Улар утрауҙы ҡалдырып киткәндән һуң, 1498 йылда португалдар килә, атап әйткәндә, Жоау Фернандеш утрауҙы ҡарап сығып шунда төпләнә һәм уға Терра do Лаврадор атамаһын бирә, XVI быуаттың беренсе яртыһына тиклем утрау шулай атала (һуңыраҡ был атама Канадалағы Лабрадорға ҡушыла). Аҙағыраҡ Жоау Фернандеш үҙе асҡан ер биләмәләренә хоҡуғын теркәй, шулай итеп ул Америкала иң беренсе Европанан күсенгән ер хужаһы була[12]. XVIII быуат башында Cкандинавия тикшеренеүселәре тағы ла Гренландияға килеп етә. Ул саҡтағы Дания-Норвегия унияһы, сауҙа йоғонтоһон һәм власты көсәйтеү маҡсатында, утрауға хакимлығын иғлан итә.
Элек Исландияла көн иткән викингтар (сығыштары менән Норвегиянан) мең йылдан ашыу элегерәк, Норвегия монархияһы һәм уның үҙәк хөкүмәтенең эҙәрлекләүҙәренән ҡасырға тырышып, Гренландияға килеп төпләнә башлай. Колумб Кариб утрауҙарына барып сыҡҡан мәлдән 500 йыл элек гренланд Лейф Эрикссон экспедицияһы барышында викингтар Төньяҡ Америкаға тиклем барып етә һәм яңы ерҙе буйһондорорға тырышып ҡарай. Норвегтар һәм Норвегия йоғонтоһонда булыуына ҡарамаҫтан, Гренландия 1262 йылға тиклем Норвегия коронаһына буйһонмай. Норвегия короллеге утрауҙы XIV быуат уртаһына тиклем киң һәм көслө хәрби йоғонто аҫтында тота. Бында Норвегия бик күп халҡын юғалта, был юғалтыу хатта күрше Дания Ҡара үлем эпидемияһы барышында юғалтҡан халҡына ҡарағанда ла күберәк була, шуға ла Норвегия Дания унияһын (берләшеү тураһында килешеү) ҡабул итергә мәжбүр була, һәм хөкүмәт, университет һәм төп учреждениелар Копенгагенға күсерелә. Норвегия көсһөҙләнә һәм 1814 йылда уния (берләшеү) өҙөлгәс, Гренландияға булған суверенитетын юғалта. 1814 йылда Гренландия Данияның колонияһына әйләнә һәм 1953 йылда Дания конституцияһының яңы редакцияһына ярашлы Дания короллеге биләмәһе булараҡ таныла.
1973 йылда Гренландия Дания менән бергә Европа иҡтисади берләшмәһенә инә. Әммә 1982 йылда үткәрелгән референдумда утрау халҡының күпселеге ЕЭС-тан сығыу яҡлы булып тауыш бирә, һәм 1985 йылда ЕЭС-тан сыға. Иң төньяҡта һәм донъялағы ғәйәт ҙур милли парк та Гренландияла: Гренландия милли паркы (Kalaallit Nunaanni nuna eqqissisimatitaq) 1974 йылда асыла һәм 1988 йылда әлеге хәленә тиклем ҙурайтыла һәм ул Гренландияның үҙәк һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 972 001 км² майҙанды биләй. Майҙаны буйынса ул донъялағы иң ҙур 29 илдән башҡа теләһә ниндәй илдән ҙурыраҡ. Гренландия 4 коммуна — Сермерсоок, Куяллек, Каасуитсуп һәм Кеккаталарҙан тора.
1979 йылда үткәрелгән референдумға ярашлы Дания Гренландияға үҙидара хоҡуғын бирә, ә 2008 йылда тағы ла бер референдум үткәрелә, уның барышында утрау халҡы яңы үҙидара тураһындағы Закон өсөн тауыш бирә. Был Закон, власты Дания хөкүмәтенән алып, урындағы властарға тапшыра. Яңы идара структураһына ярашлы, 2009 йылдың 21 июненән[13] Гренландия әкренләп тәртип һаҡлау, суд системаһы, корпоратив хоҡуҡ, бухгалтер иҫәбе һәм тикшереү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, авиация, эшкә яраҡлылыҡ тураһындағы закон, ғаилә хоҡуғы һәм мираҫ хоҡуғы, сик буйы контроле, производство шарттары, финанс көйләүҙәре һәм күҙәтеүҙе үҙ контроле аҫтына ала, шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм оборона өлкәләре өсөн Дания хөкүмәте яуаплы. Шулай уҡ валюта сәйәсәте өсөн контроль Дания ҡарамағында ҡала, һәм Дания йыл һайын Гренландияға 3,4 миллиард DKK субсидия бирә, ул әкренләп кәмей була. Гренландия тәбиғәт ресурстарынан алынған табышты арттырыу иҫәбенә үҙ иҡтисадын үҫтерергә йыйына. 2016 йылда утрауҙың баш ҡалаһы Нуукта Арктика ҡышҡы уйындары үткәрелә. Утрауҙағы энергетиканың яҡынса 70 проценты ҡайтанан эшкәртелгән ресурстарҙан, башлыса, гидроэнергетиканан алына (был донъялағы иң юғары күрһәткестәрҙең береһе)[14].