Журналистика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Журналистика (франц. journaliste ← journal ← лат. diurnalis, diurnalе «ежедневное известие, весть» — «көндәлек хәбәр, белдереү»[2]) — мәғлүмәт йыйыу, уны эшкәртеү һәм киң мәғлүмәт саралары (интернет, матбуғат, радио, телевидение, кино һәм башҡалар) ярҙамында уны таратыу эшмәкәрлеге; ғилми дисциплина булараҡ журналистика матбуғат менән бергә барлыҡҡа килгән. XIX быуаттың икенсе яртыһы— XX быуат башында иһә фотожурналистика һәм киножурналистика, ә 1920–1940 йылдар арауығында — радиожурналистика һәм тележурналистика беҙҙең тормошта үҙ урынын ала.[3][4][5]
Журналистика, киң мәғлүмәт сараларының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, йәмғиәттең пресса, телевидение, радио, интернет һәм башҡалар кеүек күп функциялы институттары рәтенә инә.
Тикшереүселәрҙең бер өлөшө фекеренсә, журналистиканың ике йүнәлеше бар — тикшеренеү журналистикаһы һәм тикшереү (расследование) журналистикаһы. Журналист-тикшеренеүсе, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ мәғлүмәт сығанаҡтары менән эш итһә, тикшереү барышында журналист ябыҡ мәғлүмәт өлкәһенә үтеп инә. Ошоға ярашлы был ике йүнәлештең эш методикаһы бер-береһенән айырылып тора. Демократик илдәрҙә журналист-тикшереүселәрҙе «демократияның бәйҙәге эттәре» йәки «бысраҡ бутаусылар» («разгребатели грязи») тип йөрөтәләр. Шул уҡ ваҡытта журналистиканы ошолай ике ҡапма-ҡаршы йүнәлешкә бүлеү бөгөнгө көндә бәхәсле тип билдәләнә һәм бигерәк ябай ҡараш итеп ҡабул ителә.
Фән булараҡ журналистика— ошо эшмәкәрлек төрөн булдырыу һәм уның йәмғиәттәге ғәмәли эше менән идара итеүҙең, журналистиканың ижтимағи процесстарға тәьҫир итеүенең тотош циклын үҙ эсенә алған художестволы (нәфис), культурологик, тарихи, социологик һәм башҡа дисциплиналар системаһы.
Журналистика һүҙен рус теленә рус яҙыусыһы, драматург, тәнҡитсе, журналист, тарихсы һәм тәржемәсе Николай Алексеевич Полевой (3.07.1796—6.03.1846) индереп ебәрә[6][7][8].