Иран телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Иран телдәре арий тармағының һинд-европа ғаиләһенә инеүсе тергеҙелгән боронғо иран теленә барып тоташҡан телдәр төркөмө. Иран теле Яҡын Көнсығышта, Урта Азияла, Төньяҡ Америкала, Европа илдәрендә, Пакистанда һәм Кавказдағы иран халыҡтары араһында таралған, уларҙың һаны әлеге ваҡытта яҡынса 200 миллион кеше иҫәпләнә. Ethnologue белешмә китабына дөйөм алғанда 87 иран теле ингән[1]. Әммә күп кенә идиомаларҙың тел статусы/диалект билдәләмәһе асыҡланмағанлыҡтан уларҙың һанын теүәл иҫәпләү мөмкин түгел[2]. Һан буйынса иң күбе фарсы телендә (яҡынса 90 миллион, шул иҫәптә тажик һәм дари), пашто (яҡынса 43 миллион), ҡурд телендә (30 миллион тирәһе) һәм белудж телендә (10 миллион) һөйләшә. «Кесе» иран телендә һөйләшеүселәр күпселеге бер нисә меңләп иҫәпләнә.
Иран телдәре | |
Таксон |
төркөм |
---|---|
Ареал | |
Телде белеүселәр һаны |
200 миллионға яҡын |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Һинд-европа ғаиләһе
| |
Состав | |
төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш төркөмсәләре. | |
Бүленгән ваҡыты |
Б. э. т. VIII быуат |
Процент совпадений |
56% |
Телдәрҙең кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
ира 219 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |