Фарсы теле
иран телдәре араһында иң таралғаны, Ирандың рәсми дәүләт теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фарсы теле (زبان فارسی — zabân-e fârsi) — иран телдәре араһында иң таралғаны, Ирандың рәсми дәүләт теле (халҡының 58 %, йәғни 40 млн кеше фарсы телендә һөйләшә). Фарсы теленең варианттары шулай уҡ Афғанстанда (дари́ йәки фарси́-кабули́) һәм Тажикстанда (таджик теле) дәүләт теле булып тора. Шулай уҡ Пакистанда таралған. Фарсы телендә һөйләшеүселәр шулай уҡ Фарсы ҡултығы (Бәһрәйн, Ираҡ, Оман, Йәмән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге)илдәрендә йәшәйҙәр.
Фарсы теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | |
---|---|
Илдәр |
Көнбайыш фарси: |
Рәсми статусы | |
Идара итеүсе ойошма |
Фарси теле һәм әҙәбиәте академияһы |
Был телдә һөйләшеүселәр |
Телде белеүселәр һаны: |
Классификация | |
Категория | |
Һинд-Европа телдәре ғаиләһе
| |
Әлифба |
ғәрәп-фарси, кириллица (таджик алфавиты) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
пер 535 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
per (B); fas (T) |
ISO 639-3 |
fas, prs, pes, tgk |
Был телдә Википедия | |
X—XII быуаттарҙан башлап фарсы теле халыҡ-ара аралашыу теле, көнсығышта киң ислам донъяһының мәҙәниәт һәм фән теле функцияһын башҡара, Төркиә, Кавказ, Ҡырымдан алып Үҙәк Азия һәм Һиндостанға тиклем төбәк телдәренә ҙур йоғонто яһай.
Әҙәби һәм һөйләш теле башҡа иран, төрки[3][4] һәм һинд-ари телдәре үҫешенә булышлыҡ итә[5].
Фарсы һәм дари телдәре яҙмаһы, ғәрәп алфавиты нигеҙендә төҙөлгән һәм ғәрәп телендә булмаған өндәр өсөн бер нисә хәреф өҫтәлгән — фарсы алфавиты. Тажик телендә 1940 йылдан кириллица ҡулланыла.
Интернетта ҡулланыу буйынса фарсы теле 6-сы урында тора, ул донъя селтәре сайттарының 2,6 % таралған[6][7]
Бынан тыш көнбайыш иран телдәренең көньяҡ төрҙәре бар: лур, бахтияр, лаки, дезфули, лари, бандари (Минаб ҡалаһы), башкарди һәм кумзари[8].