Конкур
ат спорты дисциплинаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Конку́р (франц. concours hippique — ат ярыштары) — конкур майҙанында билдәле бер тәртиптә, билдәле бер ҡатмарлылыҡта һәм бейеклектә урынлаштырылған ҡаршылыҡтарҙы еңеү буйынса ярышыу.
Конкур — ат спортының бик тамашалы төрө. Уңышҡа өлгәшеү өсөн спортсының һәм аттың ныҡышмалы һәм оҙайлы күнекмә үтеүе мөһим. Һыбайлы ҡыйыу, тәүәккәл, һиҙгер булырға, атҡа оҫта идара итергә тейеш. Аттың иһә бик ҡеүәтле булыуы, ҡаршылыҡҡа еткән мәлдә көслө этәрелеп, таһыллы һикерә белеүе, хәрәкәттәренең теүәллеге, ҡаршылыҡ өҫтөнән ырғып үткән һәм ергә баҫҡан саҡта тигеҙлек һаҡлай алыуы, һығылмалы булыуы зарур.