Косметика
тирегә яраҡлы, матур күренеш биреү өсөн саралар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Косметика ( бор. грек. κοσμητική — «биҙәү, кейендереү сәнғәте») — кешенең тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыу саралары һәм ысулдар тәғлимәте. Косметика тип шулай уҡ кешенең тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыу маҡсатында ҡулланылған тире, сәс һәм тырнаҡтарҙы, шулай уҡ ауыҙ ҡыуышлығын тәрбиәләү продукттарын, сараларын һәм ысулдарын, шулай уҡ йөҙгә һәм тәнгә яңылыҡ һәм матурлыҡ биреү өсөн ҡулланылған матдәләрҙе (продукттарҙы) атайҙар[1]. Косметология — кешенең тышҡы ҡиәфәтен (уның тиреһен, йөҙөн һәм тәнен) тире етешһеҙлектәрен маскировкалау йә бөтөрөү, пластик хирургияны ҡулланыу һәм башҡа ысулдар менән яҡшыртыу сараларын эшләүсе медицина тармағы.
Косметика ике төп төркөмгә бүленә: гигиена (һабын, лосьон һ. б.) һәм декоратив косметика (ирен помадаһы, керпек өсөн тушь һ. б.).
«Косметика» һүҙе тәүге тапҡыр 1867 йылда, Парижда Халыҡ-ара күргәҙмә ваҡытында ҡулланыла, унда парфюмерия һәм һабын сәнәғәте үҙ продукцияһын фармацевтиканан айырым күрһәтә[2]. Тиҙҙән парфюмерия һәм һабын эшләү симбиозы айырым тармаҡҡа әүерелде, хәҙер беҙ уны парфюмерия һәм косметика сәнәғәте тип атайбыҙ.
Һәр илдең закон менән нығытылған косметиканың үҙ исемлеге бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер илдәрҙә һабын косметикаға ҡарамай. Food and Drug Administration ошондай билдәләмә бирә: косметика — ул мөмкин булған бөтә нәмә тиерлек «кеше тәнен таҙартыу, биҙәү, матурлау йәки тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеү өсөн... һөртөү, ҡойоу, һибеү йәки һиптереү, индереү йәки башҡаса һалыу»[3].
Косметика продукцияһын классификациялаусы абруйлы ойошма булып CIDESCO — Халыҡ-ара косметология һәм эстетика комитеты тора. Тап ошо классификация дөйөм ҡабул ителгән тип һанала һәм косметика продукцияһын сегменттарға бүлә: күпләп етештереү тауарҙары баҙары (mass market), урта категориялы тауарҙар баҙары (middle market), люкс, профессиональ һәм космецевтика[4].
Хәҙерге заманда косметиканың фармацевтика менән берләшеү тенденцияһы күҙәтелә. Косметиканың яңы төрө барлыҡҡа килә, ул косметика һәм дарыуҙар ҡатнашмаһы булып тора. Был йүнәлеш «космецевтика» тип атала. Әммә күп илдәр, атап әйткәндә, АҠШ, косметиканы эшләүҙә был йүнәлеште кеше һаулығы өсөн хәүефле тип һанай һәм етештереүселәрҙән дарыуҙарҙы һәм косметиканы аныҡ айырыуҙы талап итә.