Күкрәк ситлеге
йәшәү өсөн мөһим органдарҙы һәм төп ҡан тамырҙарын һаҡлаусы һөйәк төҙөлөшө (структураһы) / From Wikipedia, the free encyclopedia
Күкрәк ситлеге, күкрәк (лат. Thorax) — кәүҙә өлөштәренең береһе. Күкрәк һөйәге, 12 пар ҡабырға, умыртҡа һөйәгенең күкрәк бүлеге, шулай уҡ мускулдар менән барлыҡҡа килә. Күкрәк ситлегендә күкрәк ҡыуышлығы (Cavum thoracis), шулай уҡ диафрагманың бөгөлөүе арҡаһында ҡорһаҡ ҡыуышлығының өҫкө өлөшө бар. Күкрәк ситлегендә эстән һәм тыштан нығытылған тын алыу мускулатураһы ҡоро ерҙәге умыртҡалыларҙың тын алыуын тәьмин итә.
Күкрәк ситлеге формаһы буйынса конус булып тора. Өҫкө һәм аҫҡы ике тишеге (апертура) бар. Өҫкө тишеге арттан I күкрәк умыртҡаһы кәүҙәһе менән сикләнгән, ҡабырғалары менән беренсе ҡабырсаҡтар, алғы яғында күкрәк тотҡаһы менән сикләнгән. Уның аша муйын өлкәһенә үпкә осо сыға, шулай уҡ ҡыҙыл үңәс, трахея, ҡан тамырҙары һәм нервылар үтә. Түбәнге тишеге өҫкөһенән ҙурыраҡ, ул XII күкрәк умыртҡаһы, XI һәм XII ҡабырғалары һәм ҡабырсаҡ дуғалары, ҡылыс һымаҡ үҫенте менән сикләнгән һәм диафрагма менән ҡапланған.
Кешенең күкрәк ситлеге бер аҙ ҡыҫылған, уның артҡы-алғы өлөшө арҡырынан күпкә бәләкәйерәк. Күкрәк ситлегенең формаһы енескә, кәүҙә төҙөлөшөнә, физик үҫешкә һәм йәшкә бәйле.