Кәлмәргән
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кәлмәргән (рус. Скопа́, лат. Pandion haliaetus) — ҡаҙҙан бәләкәйерәк ҡырағай ҡош. Оҙонлоғо — 55—58 см, ҡанат йәйеме — 145—170 см. Оҙон һәм тар ҡанаттары беләҙек һөйәктәрендә бөгөлгән була. Тышҡы ҡиәфәте менән башҡа йыртҡыс ҡоштарҙан айырылып тора. Ике төҫлө булыуы аныҡ ҡына алыҫтан уҡ күренә: түше, ҡойроғо ҡара-көрән; тамағы, ҡорһағы аҡ, ҡанат төбөндәге ҡаурыйҙары һарғылт сыбар. Суҡышынан күҙе аша муйынына үткән һоро һыҙыҡ бар. Башҡа ҡара ҡоштарҙан аҡ ҡорһағы менән айырыла. Күҙе һары төҫтә, ҡара суҡышының осо кәкере, аяҡтары көслө, тырнаҡтары ҡара һәм текә кәкере. Ата ҡоштар инәләренән бер аҙ бәләкәй булыуҙары менән генә айырылалар.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Кәлмәргән, Фәнни классификация ...
? Кәлмәргән | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Pandion haliaetus (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Ярам төрҙәре | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Ябырға
Башҡортса тимер тырнаҡ, балыҡ һары, балыҡ ҡарсығаһы, ҡәлмәргән, халмарйын тигән исемдәре лә осрай.