Лисовская Наталья Венедиктовна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лисовская Наталья Венедиктовна (ире буйынса — Седых; (16 июль 1962 йыл) — СССР һәм Рәсәй йәҙрә ташлаусыһы, олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы, 1987 йылдан алып ғәмәлдәге донъя рекордсмены (22,63 м). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1984). «Спартак» өсөн сығыш яһаусы (Мәскәү).
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Лисовская Наталья Венедиктовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Франция[1] |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Тыуған көнө | 16 июль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2] (61 йәш) |
Тыуған урыны | Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Хәләл ефете | Юрий Георгиевич Седых[d] |
Балалары | Алексия Седых[d] |
Һөнәр төрө | еңел атлет |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d] |
Масса | 105 килограмм |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Спорт дисциплинаһы | йәҙрә ташлау |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 1988[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 186 сантиметр |
Ябырға
Наталья Лисовская һәм уның ире Юрий Седых — еңел атлетика тарихында ете иң боронғо рекордтың икәүһенә эйә булған берҙән-бер ғаилә пары. Юрий Седых үҙ рекордын 1986 йылдың 30 авгусында ҡуйҙы (сүкеш ырғытыуҙа, 86,74 метр), Наталья Лисовская — 1987 йылдың 7 июнендә (йәҙрә ташлау, 22,63 метр).