Мазепа Иван Степанович
Войско Запорожское (Гетманщина)ның хәрби, сәйәси һәм дипломатик эшмәкәре. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ива́н Степа́нович Мазе́па (Мазепа-Колединский[2]; укр. Іва́н Степа́нович Мазе́па (Іван Мазепа-Колединський), пол. Iwan Mazepa (Jan Mazepa Kołodyński), лат. Iohannes Mazepa; 20 март 1639, Белая Церковь янындағы Мазепинцы ауылы Речь Посполитая — 21 сентябрь [2 октябрь] 1709[3], Бендеры, Ғосман империяһы) — Войско Запорожское (Гетманщина)ның хәрби, сәйәси һәм дипломатик эшмәкәре.
Иван Степанович Мазепа укр. Іван Степанович Мазепа, пол. Jan Mazepa Kolędyński, лат. Iohannes Mazeppa | |||
Герб Мазепы | |||
| |||
---|---|---|---|
4 август 1687 — 6 ноябрь 1708 | |||
Монарх: | Иван V (1696 йылға тиклем) Пётр I | ||
Алдан килеүсе: | Иван Самойлович | ||
Дауамсы: | Иван Скоропадский (Рәсәйҙән ҡуйылған вәкил (ставленник) булараҡ); Филипп Орлик (ҡыуылған гетман) | ||
Дине: | православие[1] | ||
Тыуған: | 20 март 1639({{padleft:1639|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (385 йәш) Белая Церковь янындағы яямазепинцы ауылы, Речь Посполитая, хәҙер — Белоцерковский районы Киев өлкәһе | ||
Үлгән: | 21 сентябрь 1709({{padleft:1709|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (70 йәш) Бендеры, Ғосман империяһы | ||
Ерләнгән: | Изге Юрий сиркәүе, Галац | ||
Династия: | Мазепы[d] | ||
Атаһы: | Степан Михайлович Мазепа | ||
Әсәһе: | Мария-Магдалина (Мазепа) | ||
Ҡатыны: | Анна Половец (Фридрикевич) (1642—1702) | ||
Балалары: | ҡыҙы (бала сағында үлгән) | ||
Белеме: | Киево-Могилянская академия[d] | ||
Автограф: | |||
Наградалары: |
Йәһүҙә ордены | ||
Запорожский Ғәскәре (1687—1704) гетманы, Рус батшалығы протектораты аҫтында «Днепрҙың ике яғындағы Запорожье Ғәскәре гетманы» тигән исемгә үҙгәртелә (1704—1709). XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында Рәсәйҙең тышҡы һәм эске сәйәсәтен үткәреүҙә Пётр Iнең көрәштәше. Запорожская Сечь биләмәһе сәйәси үҙаллылығын сикләп, Украинаның һул яры һәм Киев менән идара итә. Уның ҡарамағындағы территорияларҙы иҡтисади йәһәттән күтәреү өсөн күп эш башҡара[4]. Палий ихтилалы ваҡытында ваҡытлыса Уң яр Украинаһы контролдә тота.
1708 йылда Төньяҡ һуғышта Рәсәй менән Швеция араһындағы ваҡиғалар барышында Швеция короле Карл XII яғына күсә. Карл XII Полтава янында еңелгәндән һуң (1709), Ғосман империяһына ҡаса һәм Бендеры ҡалаһында үлә.
Рәсәй империяһы тарихнамәһе һәм рәсми публицистикаһы дәүләткә хыянат итеүсе тип ҡарала. Хәҙерге Украинала милли герой булараҡ хөрмәт ителә.