Мьянма
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мья́нма Союзы республикаһы[2] (бирм. ပြည်ထောင်စု သမ္မတ မြန်မာနိုင်ငံတော် «Пьидаунзу Мьянма Найнгандо»), ҡыҫҡаса — Мья́нма (бирм. မြန်မာ), шулай уҡ Би́рма исеме менән билдәле — Көньяҡ — Көнсығыш Азияла Һиндҡытай ярымутрауының көнбайышында урынлашҡан дәүләт.
| |||||
Гимн: «Gba Majay Bma» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 4 ғинүар 1948 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | бирман | ||||
Баш ҡала | Нейпьидо | ||||
Эре ҡалалар | Янгон, Мандалай, Моламьяйн | ||||
Идара итеү төрө | Республика | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 39 678 500 км² 3,06 | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы | 50 020 000[1] чел. (24) 73,9 чел./км² | ||||
КПҮИ | ▼ 0.586 (138 урын) | ||||
Валюта | мьянманский кьят | ||||
Интернет-домены | .mmРанее .bu. | ||||
Код ISO | MM | ||||
МОК коды | MYA | ||||
Телефон коды | +95 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +6:30 |
«Мьянма» (бирм. မြန်မာ) һүҙе «етеҙ», «көслө» тигәнде аңлата һәм зөбәржәтте белдергән «Мья» һүҙенә оҡшаш. Күпселекте тәшкил иткән бирмандар «Бама́» (бирм. ဗမာ) атамаһын ҡуллана. 1989 йылға тиклем илдең рәсми исеме Бирма́ Союзы, ҡыҫҡаса — Би́рма була[3]. «Бирма» һүҙе бары тик илдән ситтә генә ҡулланыла. 2010 йылдың октябрендә Мьянма «Мьянма союзы» атамаһын «Мьянма Союзы республикаһы» тип алыштыра, шулай уҡ илдең гербы һәм флагы үҙгәртелә[4].
Мьянманың баш ҡалаһы — Нейпьидо. Ул Пьинмана ҡалаһы эргәһендәге ҙур булмаған ауыл урынында барлыҡҡа килә.
Хәҙерге Мьянманың бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ тарихы 1948 йылда Бөйөк Британияның колонияһы булыуҙан туҡтағандан һуң башлана.
1948 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, илдә оҙайлы граждандар һуғышы башлана.
Мьянма, ил менән хәрби хунта идара иткән саҡта, 1962 йылдан 2011 йылға тиклем ярым изоляцияла була. 2000 йылдар башында Мьянмала демократлаштырыу башлана, һөҙөмтәлә 2015 йылда илдә беренсе ирекле һайлауҙар үткәрелә. Ил менән элекке оппозиционер, Нобель премияһы лауреаты Аун Сан Су Чжи етәкселек итә. 2017 йылда ул етәкләгән Мьянма хөкүмәте этник һәм дини әҙселекте тәшкил иткән рохинджа халҡы (мосолмандар) вәкилдәренә ҡаршы ғәмәлдәр башлай. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын рохинджа күрше Бангладешҡа ҡасырға мәжбүр була (БМО мәғлүмәттәре буйынса, Мьянма властарының рохинджаларға ҡаршы ғәмәлдәре «этник геноцидтың классик өлгөһө» булып тора)[5].
2021 йылда хәрби түңкәрелеш була һәм илдә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.