Геноцид
From Wikipedia, the free encyclopedia
Геноцид (грек. γένος — нәҫел-ырыу, ҡәбилә һәм лат. caedo — үлтерәм) — ниндәй ҙә булһа милли, этник, раса, дини йә башҡа тарихи үҫеш барышында барлыҡҡа килгән милли-этник төркөмдө бөтөнләй йәиһә өлөшләтә юҡ итергә ынтылыу ғәмәлдәре түбәндәгесә атҡарыла:
- был төркөм ағзаларын үлтереү;
- уларҙың сәләмәтлегенә төҙәлмәҫлек зыян килтереү;
- бындай төркөмдә бала тыуыуҙы булдырмаҫлыҡ саралар күреү;
- балаларҙы ғаиләнән тартып алыу;
- был төркөмдө бөтөнләй йәиһә өлөшләтә физик яҡтан юҡ итеү маҡсатында сыҙап тормаҫлыҡ тормош шарттарын барлыҡҡа килтереү.
1948 йылдан БМО геноцидты халыҡ-ара енәйәт тип таный.[1]
Кешелек тарихында боронғо замандарҙан башлап бөгөнгө көнгәсә геноцид осраҡтарын бик күп атарға була. Был бигерәк тә Европа державалары тарафынан колониаль империялар барлыҡҡа килтереү өсөн ойошторолған ҡыйралыш һуғыштарына, талау маҡсатында ойошторолған һөжүмдәренә, илбаҫар походтарына, эске этник һәм дини бәрелештәргә хас.