Пасха утрауы
Тымыҡ океандың көньяҡ-көнсығышындағы утрау / From Wikipedia, the free encyclopedia
Пасха Утрауы йәки Рапануи[1] (испан телендә Isla de Pascua, рапапуя телендә Rapa Nui, нидерланд телендә Paas eiland) Тымыҡ океандың көньяҡ-көнсығышындағы утрау, Чили биләмәһе (кеше йәшәмәгән Сала-и-Гомес утрауы менән бергә Валпараисо өлкәһе сиктәрендә Исла-де-Паскуа провинцияһын һәм коммунаһын барлыҡҡа килтерә). Утрауҙың урындағы исеме — Рапануи, йәки Рапа-Нуи (рапапуя теле Rapa Nui). Майҙаны — 163,6 км²[2].
Пасха утрауы | |
Флаг[d] | |
Кем хөрмәтенә аталған | Пасха |
---|---|
Рәсми тел | чилийский испанский[d] һәм рапануйский язык[d] |
Донъя ҡитғаһы | Көньяҡ Америка һәм Океания |
Дәүләт | ba |
Административ-территориаль берәмек | Исла-де-Паскуа[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−6[d] |
Урын | Островное Чили[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Тымыҡ океан |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Полинезия[d] |
Иң юғары нөктә | Теревака[d] |
Халыҡ һаны | 7750 кеше (2017) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 242 метр һәм 211 метр |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Роггевен, Якоб[d] |
Асыу датаһы | 5 апрель 1722 |
Оҙонлоҡ | 24 km |
Киңлек | 3,6 km |
Майҙан | 164 км² |
Рәсми сайт | dppisladepascua.dpp.gob.cl |
Тема географияһы | geography of Easter Island[d] |
Пасха утрауы Викимилектә |
Тристан-да-Кунья архипелагы менән бер рәттән донъялағы иң алыҫ торама утрау булып тора. Чилиҙың континенталь ярына тиклем ара 3514 саҡрым тәшкил итә, Питкэрн утрауына, яҡындағы тораҡ пунктына тиклем — 2075 км. Утрауҙы 1722 йылдың Пасха йәкшәмбеһендә Голландия сәйәхәтсеһе Якоб Роггевен асҡан.
Утрауҙың баш ҡалаһы һәм уның берҙән-бер ҡалаһы — Анга-Роа. Унда йәмғеһе 7750 кеше йәшәй. (2017)[3].
Рапануи башлыса моаи, йәки вулкан көлөнөң ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән таш һындары менән билдәле. Уларҙа, урындағы халыҡ ышаныуы буйынса, Пасха утрауының тәүге короле Хоту-Мату’аның ата-бабаларының ғәҙәттән тыш көсө ята.
1888 йылда Чили аннексиялана. 1995 йылда Рапануи Милли паркы (Пасха утрауы) ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объектына әүерелә[4].