Пасха
Христиандарҙың боронғо төп байрамы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Па́сха (грек. πάσχα, лат. Pascha, йәһ. פסח песах — «эргәнән үтеү»); Христианлыҡта Христың Терелеүе (грек. Ἡ Ανάστασις τοῦ Ἰησοῦ Χριστοῦ) — боронғо христиан байрамы, йылдың төп байрамы. Иисус Христостың терелеүенә бағышлап үткәрелә. Хәҙергә ваҡытта һәр йыл өсөн байрам итеү көнө ай-ҡояш календары буйынса билдәләнә.