Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемлеге (Башҡортостан)
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Был исемлектә, «Башҡорт энциклопедияһы»на ярашлы, Башҡортостанда тыуған йәки Башҡортостанға ниндәй ҙә булһа мөнәсәбәте булған Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, алфавит тәртибендә бирелә [1]. Исемлектә маҡтаулы исем биреү тураһында указ датаһы, Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биргән ваҡыттағы вазифаһы, хәрби исеме һәм ғәскәр төрө, тормош йылдары, тыуған һәм вафат булған урыны тураһында мәғлүмәт бирелә.
Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемлеге | |
Был исемлектә | кеше |
---|---|
Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемлеге (Башҡортостан) Викимилектә |
Башҡортостандан «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеменә лайыҡ булған тәүге кеше, С. В. Ильюшин исемендәге Авиация комплексының лётчик-һынаусыһы, запастағы өлкән лейтенант Зәкиров Игорь Рәүф улы. Исем Зәкировҡа 1994 йылдың 14 мартында, Рәсәй Федерацияһы Президентының указдағы «авиация техникаһының яңы өлгөләрен һынау, аҙағына алып барып еткереү һәм үҙләштереү ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн» тигән билдәләмәһе менән бирелә[2].
Үлгәндән һуң бүләкләнгән Геройҙар һоро төҫ менән күрһәтелгән
Фото | Фамилия Исем Атаһының исеме |
Ғәскәр төрө, хеҙмәте |
Указ датаһы |
Вазифаһы | Званиеһы | Тормош йылдары | Тыуған урыны | Вафат булған (үлгән) урыны | Иҫкәрмә. |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Аверьянов, Вячеслав Юрьевич | 29.09.2001 | «ОКБ Сухого» асыҡ типтағы акционер йәмғиәтенең осоу-һынау һәм аҙағына алып барып еткереү базаһы лётчик-һынаусыһы | капитан | 15.09.1959 тыуған | Белорет, Башҡорт АССР-ы | [3][4] | |||
Алимов, Владимир Ришадович | 15.02.2000 | вертолёт полкы эскадрильяһы командиры урынбаҫары | майор | 06.12.1957 тыуған | Ҡариҙел ауылы, Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы | [5][6] | |||
Анощенков, Андрей Иванович | 26.08.1999 | авиация эскадрильяһы вертолётының өлкән лётчигы | майор | 16.02.1969 — 15.08.1999 | Архангельск ҡалаһы, Архангельск өлкәһе | Ботлих ауылы эргәһендә, Ботлих районы, Дағстан | [7] | ||
Белов Степан Михайлович | декабрь 2022 йыл («ябыҡ») | танк батальоны штабы начальнигы | гвардия капитаны | 14 июнь 1996 йыл | Октярьский ҡалаһы Башҡортостан Республикаһы | [8] | |||
Блохин, Александр Владимирович | 02.03.2004 | Ми-24 вертолёты операторы | капитан | 05.12.1971 — 31.08.2002 | Куйбышев ҡалаһы, Куйбышев өлкәһе | Бешил-Ирзу ауылы эргәһендә, Ножай-Юрта районы, Чечня | [9] | ||
Гусляков, Георгий Иванович | 28.02.1994 | 21-се гвардия механизацияланған бригаданың 69-сы гвардия танк корпусы танк механик-йөрөтөүсеһе | өлкән сержант | 14.01.1922 — 27.02.1998 | Бүрәт Республикаһының Тарбагатай районы Оло Куналей ауылы | Бүрәт Республикаһының Тарбагатай районы Тарбагатай ауылы | [10][11] | ||
Доставалов Александр Васильевич | 12.03.2000 | 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһы 104-се гвардия парашют-десант полкы 2-се парашют-десант батальонының командиры урынбаҫары | майор | 17.07.1963 — 01.03.2000 | Өфө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы | Улус-Керт ауылы эргәһендә, Шатой районы, Чечня | [12][13] | ||
Дудко Борис | 19 июль 2022 («ябыҡ») | 76-сы гвардия десант-штурм дивизияһының 124-се айырым танк батальоны командиры урынбаҫары | гвардия майоры | 22.02.1989 | Бөрө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы | [14] | |||
Еремеев, Пётр Васильевич | 21.09.1995 | Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 4-се ҡатнаш авиация дивизияһы 28-се истребитель авиация полкы эскадрилья командиры | өлкән лейтенант | 11.06.1911 — 02.10.1941 | Оло Ялан ауылы (хәҙергә Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) | Краснуха ауылы, Калинин өлкәһе | [15][16] | ||
Закиров Игорь Рәүеф улы | 14.0314.03.19941994 | С. В. Ильюшин исемендәге Авиация комплексы лётчик-һынаусыһы | капитан | [17][18] | |||||
Злобин, Николай Анатольевич | 04.08.2010 | Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Волга буйы төбәк командованиһы махсус тәғәйенләнештәге разведка отряды начальнигы | майор | 16.07.1976 | Алма-Ата ҡалаһы, Каҙаҡ ССР-ы | [19][20][21][22] | |||
Илһамов Тамерлан Айсар улы | ПВО | 21.07.2022 | гвардия зенит ракета полкы зенит ракета батареяһының хәрби расчёт командиры | гвардия прапорщигы | 22.06.1994 — 04.07.2022 | Асҡар ауылы, Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаһы | Украина, махсус хәрби операция | [23] | |
Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы | 21.04.2000 | вертолёт полкы эскадрильяһы командиры урынбаҫары | подполковник | 27.09.1965 тыуған | Түбәнге Әүрез ауылы, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы | [24][25] | |||
Квашнин Анатолий Васильевич | 27.10.1999 | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы | генерал | 15.08.1946 тыуған | Өфө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы | [26][27] | |||
Климов Юрий Семёнович | 04.04.2000 | Көнбайыш-Себер ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығының Тиҙ эш итеүсе махсус йыйылма отряд (СОБР) командиры | подполковник | 21.09.1961 — 09.01.2000 | Мораҡ ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы | Аргун ҡалаһы янында, Чечня | [28][29] | ||
Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы | 30.12.1999 | 119-сы гвардия парашют-десант полкы 4-се парашют-десант ротаһының парашют-десант взводы командиры урынбаҫары | сержант | 14.12.1980 — 09.09.1999 | Өфө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы | Новочуртах ауылы эргәһендә, Новолак районы, Дағстан | [30][31] | ||
Нәсибуллин Игорь Леонидович | 15.08.2022 («ябыҡ») | Көнбайыш хәрби округтың 20-се гвардия дөйөм ғәскәри армияның 3-сө мотоуҡсылар дивизияһы 237-се танк полкының танк ротаһы командиры | өлкән лейтенант | 14.07.1995 — 29.03.2022 | Дмитриев ҡалаһы, Курск өлкәһе | Украина, махсус хәрби операция | [32] | ||
Омельяненко Александр Владимирович | 28.11.2001 | Хәрби-һауа көстәре һәм Һауаға ҡаршы оборонаның 4-се армияһы 55-се Севастополь айырым вертолёт полкының Ми-24 вертолёт звеноһы штурман-операторы | капитан | 08.05.1974 тыуған | Яңы Заслоново ауылы, Витебск өлкәһе, Белорус ССР-ы | [33] | |||
Петрачков Павел Анатольевич | 04.08.2010 | Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Волга буйы төбәк командованиһы 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отряды 3-сө спецназ төркөмө командиры | лейтенант | 30.08.1979—04.02.2010 | Омск ҡалаһы, Омск өлкәһе | Алхазур ауылы эргәһендә, Урус-Мартанов районы, Чечня | [34][35] | ||
Плотников Дмитрий Павлович | 02.05.1996 | 2-се Украина фронты 6-сы танк армияһы 5-се механизацияланған корпусы 2-се механизацияланған бригаданың разведка буйынса штаб начальнигы урынбаҫары | отставкалағы полковник | 02.08.1918 — 04.09.2012 | Үрге Әүжән ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы) | Пермь ҡалаһы, Пермь крайы | [36][37] | ||
Рафиҡов Мансур Миңлебай улы | 20.01.1996 | 20-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы айырым танк батальоны командиры | майор | 08.12.1964 тыуған | Күгәрсен ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы | [38][39] | |||
Романов Анатолий Александрович | 05.11.1995 | Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәре командующийы | генерал-лейтенант | 27.09.1948 | Михайловка ауылы, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы | [40][41] | |||
Сафронов Анатолий Александрович | 03.11.2000 | 55-се Севастополь айырым вертолёт полкы командиры | полковник | 09.12.1959 | Саратовка ауылы, Соль-Илецк районы, Ырымбур өлкәһе | [42][43] | |||
Сафин Алмаз Миңлеғәли улы | 16.01.2023 | 76-сы гардия-десант штурм дивизияһы 237-се гвардия десант-штурм полкы ротаһының разведчик-операторы | гвардия страшинаһы | 04.10.1985 — 14.01.2023 | Раевка ауылы, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы | Украина, махсус хәрби операция | [44] | ||
Сәхәбетдинов Риф Рәис улы | 27.04.2001 | авиация армияһы начальнигы | полковник | 09.12.1955 тыуған | Өфө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы | [45][46] | |||
Серафимов Максим Владимирович | хәрби разведка | 12.07.2022 | РФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Баш идаралығының 2-се махсус тәғәйенләнештәге айырым бригаданың махсус тәғәйенләнештәге төркөмө командиры | өлкән лейтенант | 08.01.1995 — 27.02.2022 | Өфө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы | Украина, махсус хәрби операция | [47] | |
Трубанов Владимир Евгеньевич | 21.01.1998 | БРДМ пулемёты тоҫҡаусыһы | рядовой | 28.10.1976 — 19.08.1996 | Салауат ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы | Грозный ҡалаһы, Чечня | [48][49] | ||
Тулин Сергей Загитович | 20.07.1996 | 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһы отряд командиры | полковник | 11.09.1957 тыуған | Кесе Гәйнә ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы | [50][51] | |||
Шайморатов Миңлеғәли Минһажетдин улы | кавалерия | 30.03.2020 | 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры | генерал-майор | 27.08.1899 — 23.02.1943 | Биштәкә ауылы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙер - Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы) | Петровское менән Штеровка ауылдары араһы, Ворошиловоград өлкәһе, Украин ССР-ы (хәҙер — Украинаның Луганск өлкәһе) | [52] | |
Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы | 25.08.1995 | Тиҙ эш итеүсе махсус отрядтың (СОБР) айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченныйы | өлкән лейтенант | 20.03.1958 — 01.12.2008 | Бурлы ауылы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы | Видное ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе | [53][54] |