Күгәрсен районы
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район / From Wikipedia, the free encyclopedia
Күгәрсен районы (рус. Кугарчинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың көньяғында, Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Күгәрсен районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Мораҡ |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] һәм YEKT |
Халыҡ һаны | 31 444 кеше (2010)[1] |
Майҙан | 3400 км² |
Почта индексы | 4533ХХ |
Рәсми сайт | admkugarchi.bashkortostan.ru |
Урындағы телефон коды | 34789 |
Номер тамғаһы коды | 02 һәм 102 |
Күгәрсен районы Викимилектә |
Ябырға
Үҙәге — Мораҡ ауылы, Өфөнән 271 км һәм иң яҡын тимер юл станцияһы Мәләүездән 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халыҡ һаны 2010 йылда 32,3 мең кеше (1970 йыл — 42,4 мең; 1989 йыл — 31,6 мең; 1994 йыл 32,2 мең). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 9,6 кеше, шул иҫәптән ауылдарҙа 7,9 кеше тура килә. Райондағы 119 ауылдың иң ҙурҙары: Мораҡ (1989 йылда 7,2 мең кеше), Йомағужа — 5,4 мең кеше), Мәҡсүт (1,1 мең), Күгәрсен (0,9 мең). Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар күпселекте тәшкил итә.