Сығатай теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сыгатай теле (Жағатай теле), сығатай төрки, иҫке үзбәк (جغتای — jaĝatāy йәки ترکی — Turkī; үзб. ﭼﯩﻐﻪتاي, chigʽatoy tili, чиғатой тили; уйғ. چاغاتاي تىلى, чағатай тили) — Урта быуаттағы Урта Азия-төрки яҙма әҙәби теле. XV—XVI быуаттарҙың 2-се яртыһында Мәүәрәннәһерҙең тимериҙәр биләмәләрендә классик тел булараҡ рәсмилләштереүгә һәм бер төрлөлөккә өлгәшә.
Сығатай теле | |
Дәүләт |
Бөйөк Моголдар империяһы Төркмәнстан[1] СССР Бохара әмирлеге Бохара ханлығы Тимуридтар дәүләте[d] Могулистан[d] Ғосман империяһы Хиуа ханлығы Коканд ханлығы Могулия[d] Ҡырым ханлығы Сығатай улусы Ҡаҙаҡ ханлығы |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Аһал вилайәте һәм Ашхабад |
Алмаштырылған | Үзбәк теле һәм Уйғыр теле |
Тел төрҙәре | SOV[d] һәм агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Ғәрәп алфавиты, Латин алфавиты һәм сағатай уйғыр яҙма теле[d] |
Телдә һөйләшеүселәр | 0 кеше |
Телдең ЮНЕСКО статусы | мёртвый язык[d] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 10 Extinct[d][2] |
Тасуирлау биттәре | turkic.elegantlexicon.com/… |
Wikimedia Incubator URL | incubator.wikimedia.org/… |
Төрки һөйләштәренең ҡарлуҡ, ҡыпсаҡ һәм уғыҙ төркөмдәре вәкилдәренең йәшәү урындары яҡын булыуы һәм үҙ-ара әүҙем бәйләнештәре арҡаһында дөйөм телгә әүерелә.
Хәҙерге үзбәк һәм уйғыр телдәре туранан-тура сығатай теленең дауамы булып торалар[3], шуға күрә уны ҡайһы берҙәр «иҫке үзбәк» теле тип исемләй.
Сығатай теле юғары нәфис баҙыҡлыҡ кимәле һәм терминологик тулылығы менән айырылып тора. Шиғриәт һәм проза жанрҙары үҙ эсенә дини, фәлсәфә-дидактик, фәнни, юридик, эш, эпистоляр әҙәбиәтте ала.
XIX быуат аҙағына тиклем төрки телле ҡырымшаҡтар үҙ телен «сығатай» теле тип йөрөткәндәр. Бөгөнгө көндә ҡайһы берҙә Афғанстандағы төркмән теленең текин диалектын «сығатай» теле, тиҙәр[4].
Яҙма теле ғәрәп графикаһы һәм уйғыр яҙыуына нигеҙләнгән.