Төркмәнстан
Азиялағы ил / From Wikipedia, the free encyclopedia
Төркмәнстан (Төрөкмәнстан; төркм. Türkmenistan/Түркменистан/تۆركمنيستآن) — Урта Азиялағы дәүләт. Көньяҡтан Иран, Афғанстан илдәре менән, төньяҡтан Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан менән сиктәш, көнбайыш сиге Каспий диңгеҙенә сыға. 1992 йылдың 2 мартынан Берләшкән милләттәр ойошмаһы ағзаһы.
| |||||
Гимн: «Төркмәнстан гимны» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 27 октябрь 1991 ( СССР) | ||||
Рәсми тел | Төркмән | ||||
Баш ҡала | Ашҡабад | ||||
Эре ҡалалар | Ашҡабад, Төркмәнабад, Ташуғыҙ, Төркмәнбашы, Мары | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Сердар Бердымухамедов | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 53 491 200 [1] км² 4,9 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲5 169 660[2] чел. (94) 10 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2011) • Бер кешегә |
26 млрд. номинал долл. (95) 5093[3] долл. | ||||
ИЧР (2011) | ▲ 0,686 [4] (средний) (102 урын) | ||||
Этнохороним | Төркмәнстансылар | ||||
Валюта | манат | ||||
Интернет-домен | .tm | ||||
Код ISO | TM | ||||
МОК коды | TKM | ||||
Телефон коды | +993 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +5 |
Илдең баш ҡалаһы — Ашҡабад.
Нейтраль дәүләт. Республика президенты — Ҡорбанғоло Бәрҙемөхәммәтов.
Төркмәнстан 6 административ биләмәгә бүленә: 5 виләйәт һәм виләйәт хоҡуғы булған 1 ҡала.
Халыҡтың күпселеге ислам динен тота.
Төркмәнстан тәбиғи газ запастары буйынса донъяла 4-се урынды, газ ятҡылыҡтары буйынса 2-се урынды биләй. 1993 йылдан илдә электр энергияһын, газ һәм һыуҙы бушлай ҡулланыу өсөн лимит булдырылған.
1991 йылдың 27 октябре — Төркмәнстандың үҙаллалыҡ иғлан иткән көнө. Парламент — Мәжлес (парламент, 125 депутат). Депутаттар 5 йылға бер мандатлы округта һайлана.