Тәржемәсе көнө
From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара тәржемәсе көнө (Journée mondiale de la traduction , International Translation Day) — телдән һәм яҙма тәржемәселәрҙең һөнәри байрамы 30 сентябрҙә билдәләнә (Библияны латин теленә тулыһынса тәржемә иткән Изге Иероним Стридонскийҙың 419 йәки 420 йылда вафат булған көнө). Һөҙөмтәлә «Вульгата», йәғни латинсанан Biblia Vulgata «Дөйөм ҡабул ителгән Библия» барлыҡҡа килә, шуға бәйле Иероним Стридонский тәржемәселәрҙе ҡурсалаусы изге йән тип иҫәпләнелә. Байрам Халыҡ-ара тәржемәселәр федерацияһы (FIT) тарафынан 1991 йылда ойошторола. Байрамдың мәртәбәһе йылдан-йыл күтәрелә бара.
Тәржемәсе көнө | |
Нигеҙләү датаһы | 1953 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | тәржемә |
Нигеҙләүсе | Международная федерация переводчиков[d] |
Төп тема | тәржемә |
Йылдың көнө | 30 сентябрь |
2017 йылда БМО Генераль ассамблеяһының 71-се сессиянда Резолюция A/RES/71/288[1] бер тауыштан ҡабул ителә, унда профессиональ тәржемәнең халыҡтарҙы берләштереүсе роле, уның тыныслыҡ урынлаштырыуға, бер-береңде аңлауға һәм үҫешкә булышлыҡ итеүе таныла, ә 30 сентябрь Халыҡ-ара тәржемәләр көнө тип һәм уның БМО сиктәрендә билдәләнеүе иғлан ителә[2].