Ҡаты есем
матдәнең дүрт агрегат хәленең береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаты есем — мәтдәләрҙең дүрт агрегат хәленең береһе, башҡа агрегат хәлдәрҙәге матдәләрҙән (шыйыҡлыҡ, газ, плазма) формаһын һаҡлауы һәм тигеҙләнеш торошо тирәләй бәләкәй тирбәлеүҙәр башҡарыусы атомдарҙың йылылыҡ хәрәкәте үҙенсәлектәре менән айырыла[1].
Ҡаты есем | |
Ҡайҙа өйрәнелә | физика твёрдого тела[d] һәм механика твёрдого деформируемого тела[d] |
---|---|
Ҡаты есем Викимилектә |
Ҡаты есемдәрҙе кристалл һәм аморф есемдәргә айырып йөрөтәләр. Физиканың ҡаты есемдәрҙең составын һәм эске төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге ҡаты есемдәр физикаһы тип йөрөтөлә. Ҡаты есемдең тәьҫир, йә иһә хәрәкәт ваҡытында формаһы үҙгәреүҙе айырым фән — ҡаты (деформацияланыусы) есем механикаһы өйрәнә. Абсолют ҡаты есемдең хәрәкәте менән өсөнсө фән- ҡаты есем кинематикаһы шөғөлләнә.
Кешеләр эшләгән техник ҡоролмаларҙа ҡаты есемдең төрлө сифаттары иҫәпкә алып, ҡулланыла. Элек ҡаты есем конструкцияға яраҡлы материал итеп файҙаланылған һәм уны ҡулланғанда тәү сиратта уның һиҙелеп торған механик сифаттарын — ҡатылығын, массаһын, йомшаҡлыҡ — үҙлелеген (пластичность), һығылмалығын, муртлыҡ — ыуалыусанлығын иҫәпкә алғандар. Хәҙер ҙә донъяла ҡаты есемде ҡулланғанда уның физик сифаттарын иҫәпкә алалар, ләкин улар күп ваҡыт лабораторияла тикшеренеүҙәр һөҙөтәһендә генә асыҡлана.
Ҡаты есемдәр билдәле формала була, формаларын тик көс ҡулланғанда ғына үҙгәртәләр. Ағым тип аталған осраҡлы рәүештә хәрәкәт итә алған шыйыҡса һәм газдарҙан ҡаты есемдәрҙең төп айырмаһы ошо.
Ҡаты есемдең шыйыҡса хәленә килеү процессы иреү тип атала. Шыйыҡса туңғас ҡаты есемгә әүерелә. Ҡоро боҙ тип аталған матдәләр шайыҡса фазаһына күсмәй генә газға әйләнә ала. Был процесс сублимация тип атала.