Албандар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Индоевропейцы
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Үҙ атамаһы |
Shqiptarët | ||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Барлығы: 8 миллион 300 мең Косово Республикаһы / Сербия (Косово һәм Метохия автономиялы краей менән)[~ 1]: Төркиә: Төньяҡ Македония Республикаһы: Италия: Греция: Германия: Швейцария: АҠШ: Нидерланд: Черногория: Швеция: Бөйөк Британия: Франция: Сербия (Косово һәм Метохиянан башҡа): | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Тел | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Дин |
Күпселеге мосолман (сөнниҙәр, суфый орденына бекташтар ҡарай) | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Этник төркөм |
гегтар, тосктар, арберештар, арнауттар |
Албандар (алб. shqiptarët; шулай уҡ ҡара: арнауттар) — балкан халҡы, Албанияның, шулай уҡ өлөшләтә танылған Косово дәүләтенең һәм Греция составындағы төньяҡ Эпирҙың төп халҡы. Шулай уҡ Төньяҡ Македония, Сербияның көнбайыш райондарында һәм башҡа илдәрҙә йәшәйҙәр.
Дөйөм һаны: 8 миллион самаһы кеше. Өс конфессияға инеүселәр һанына төрлө баһа бирелә. XX быуат башында христиандар менән мосолмандар нисбәте бер сама була (47 процент католиктар менән православныйҙар һәм 53 процент мосолмандар[1]). Һуңғы осор сығанаҡтарына ингән CIA World Factbook баһаһына ҡарағанда, төп диндәр нисбәте түбәндәгесә: мосолмандар — 56.7 процент, католиктар — 10 процент, православныйҙар — 6.8 процент[2][3]. Әммә, Пью Рисёрч Сентер мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылда Албанияла мосолмандар 79,9 процент тәшкил иткән[4]. Шул уҡ ваҡытта, донъя христиан энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, шул уҡ 2009 йылда мосолмандар 38 процент ҡына, ә христандар 36 процент булған[5]. АҠШ Дәүләт департаменты билдәләүенсә, дини тормошта һәм ғибәҙәтханаларҙағы йола хеҙмәттәрендә ҡатнашҡан кешеләрҙең рейтингы 25—40 процент эсендә тирбәлә[6]. Дини төркөмдәр нисбәтенә Әнүәр Ходжа осоронда Албанияла атеизм пропагандаланыуы йоғонто яһағандыр, тип фараз ителә.