Баскетбол
ҡаршы яҡтың кәрзиненә (ҡулсаһына) ҡул менән туп ташлауға ҡоролған командалы спорт уйыны. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Баскетбо́л (ингл. basket «кәрзинә» + ball «туп») —ҡаршы яҡтың кәрзиненә (ҡулсаһына) ҡул менән туп ташлауға ҡоролған спорт уйыны. Баскетболда бишәр уйынсынан торған ике команда ҡатнаша, һәр командала уйынсыларҙың дөйөм һаны 12, уйын дауамында уларҙың алмашыныуы сикләнмәй. Һәр команданың маҡсаты — ҡаршы яҡ дәғәүәсеһенең селтәрле ҡулсаһына (кәрзиненә) туп ташлап индереү һәм икенсе командаға тупты алып үҙ кәрзиненә ташлауға ҡамасаулау. Ҡулса ерҙән (паркеттан) 3,05 метр (10 фут) бейеклектә ҡуйыла. Яҡын һәм урта алыҫлыҡтан ташланып кәрзингә индерелгән туп өсөн ике, ә йыраҡ дистанциянан (өс мәрәй һыҙаты аръяғынан) — индерелгәне өсөн өс мәрәй бирелә; штраф ырғытыу бер мәрәй килтерә. Баскетбол майҙансығының стандарт ҙурлығы — оҙонлоҡҡа 28 һәм киңлеккә — 15 метр. Баскетбол — донъялағы иң популяр спорт төрҙәренең береһе[1].
Баскетбол | |
Нигеҙләү датаһы | декабрь 1891 |
---|---|
Ҡушамат | bàsquet |
Ҡыҫҡаса атамаһы | basket |
Квалифицирован для | мужской баскетбол[d] һәм ҡатын-ҡыҙҙар баскетболы[d] |
Етәксе орган | Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы |
Ил | Америка Ҡушма Штаттары |
Оҙайлылыҡ | 56 Минут, 40 Минут, 32 ± 1 Минут һәм 12 Минут |
Максимальное число игроков | 5 |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Джеймс Нейсмит[d] |
Асыу датаһы | декабрь 1891 |
Һештег | basketball |
Баскетбол Викимилектә |
1936 йылғы Йәйге Олимпия уйындарынан башлап баскетбол Олимпия уйындары программаһына инә, уны уйлап сығарған Джеймс Нейсмит әйтелгән сараға ҡунаҡ итеп саҡырыла. Баскетбол буйынса даими донъя чемпионаттары ир-егеттәр араһында 1950, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында — 1953 йылдан үткәрелә, Европа чемпионаттары иһә 1935 йылдан ойошторолоп килә.
Европала шулай уҡ баскетбол буйынса халыҡ-ара клуб ярыштары ла үтә: Евролига, Баскетбол буйынса Европа кубогы], ФИБА-ның Саҡырыу кубогы
Был спорт уйыны Америка Ҡушма Штаттарында бигерәк тә ныҡ үҫеш алған: бындағы Милли баскетбол ассоциацияһы чемпионаты бына инде 50 йылдан күберәк ваҡыт арауығында донъялағы иң көслө милли клуб турниры булып һанала. Баскетбол Литвала милли спорт төрө исемлегенә индерелгән.