Көнбайыш Европа
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш Европа — сәйәсәт, тәбиғәт йә иһә мәҙәниәт билгеһе буйынса берләшкән Европа илдәрен атаусы термин. Һалҡын һуғыш ваҡытына тиклем Көнбайыш Европа илдәренә НАТО блогындағы дәүләттәрҙе индерәләр. Был ваҡытта Көнсығыш Европа илдәре ОВД блогында торалар. ОВД тарҡалғандан һуң тағын үҙәк, төньяҡ һәм көньяҡ Европаны айырып йөрөтә башлайҙар. Шуға күрә Көнбайыш Европа илдәренә хәҙер бары Бельгия, Люксембург, Монако, Нидерланд һәм Франция дәүләттәрен индерәләр.